Дондағы Ростов ҡала ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты
Дондағы Ростов ҡала ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1916 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Дондағы Ростов ҡала ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты — рус. Женский городской медицинский институт Ростова-на-Дону — Дондағы Ростов ҡалаһының беренсе юғары ҡатын-ҡыҙҙар медицина уҡыу йорто. 1916 йылда Варшаваның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары базаһында булдырылған (1916—1920).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылда Варшавала Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары ойошторола. 1915 йылдың сентябрендә Беренсе донъя һуғышы башланыу арҡаһында (1914—1918) Варшава Император Рәсәй университеты Мәскәүгә, артабан Дондағы Ростовҡа эвакуациялана. Университет менән бергә Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары ла күсереп алып кителгән.
1915 йылдың сентябрендә Варшава уҡыу округы попечителе Дондағы Ростовҡа ваҡытлыса эвакуациялау тураһында курстар етәкселегенә хәбәр иткән. Халыҡ мәғарифы министрлығы университетҡа студенттар ҡабул итеү менән бер үк ваҡытта курстарға тыңлаусылар ҡабул итеүҙе ойошторорға рөхсәт итә.
Ҡатын-ҡыҙҙар курстарына Суворов урамындағы бина (хәҙер Тельман урамы) бирелгән.
Дондағы Ростовта Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1915 йылдың ноябрь башында урындағы адвокаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, университет профессорҙары ҡатнашлығында йыйылыш үткәрелә. Курстар директоры, профессор Ф. Ф. Зигель доклад менән сығыш яһай, курстар эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй. Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары йәмғиәте булдырырға ҡарар ителә, 30 кешенән торған ойоштороу комитетын һайлайҙар.
Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары уставы 1916 йылдың йәйендә ҡабул ителә. Уставта уҡыу йортоноң маҡсаты — «Ҡатын-ҡыҙҙарға университет характерындағы юғары ғилми белем биреү һәм фәнни белем таратыу» тип билдәләнгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар курстарында идара итеүҙең коллегиаль органдары ла (совет, факультет йыйылыштары) һәм шәхсән идара — директор, факультет декандары ла була. Курстарға ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул иткәндән һуң вакантлы урындарға ир-егеттәр ҙа ҡабул ителә алған. Ҡабул итеү тураһында ғарызнамәләр 1 июлдән 1 сентябргә тиклем тапшырыла. Курстарға ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, институт йәки епархия училищелары кластарын тамамлау тураһында аттестаттар, башҡа юғары уҡыу йорттарынан тыңлаусыларҙы зачет кенәгәһен йәки таныҡлыҡ күрһәткәндән һуң ҡабул итәләр.
Дондағы Ростовта ҡабул ителгән тәүге тыңлаусыларҙың Варшава уҡыу округы гимназияһының йәки Польша Батшалығы, Рәсәй империяһының башҡа уҡыу йорттарын тамамлауы тураһында таныҡлыҡтары булған. Тыңлаусыларҙың күбеһе православ йәки йәһүди динен тотҡан.
Сығарылыш имтихандары 1 декабрҙән 1 февралгә тиклем бирелә. Комиссия өс ултырыш үткәрә: беренсе — сығарылыш һынауҙары программаларын раҫлау, икенсе — имтихан менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү, өсөнсө — һынауҙарҙың һөҙөмтәләрен тикшереү, ике дәрәжә дипломдар тапшырыу (1-се һәм 2-се).
Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары структураһы
Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында 3 факультет ойошторолған булған: Тарих факультеты; Юридик факультет; Физика-математика факультеты.
Һуғыш ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса табиптарға ихтыяж ҡырҡа арта. Варшава ҡатын-ҡыҙҙар курстары советы яңы медицина факультетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә батшаның рөхсәте кәрәк булыу сәбәпле, хәл ителә алмаған.
Ростов ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты (1916—1920)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала медицина институтын асыу өсөн императорҙың рөхсәте талап ителмәгән, ә Халыҡ мәғарифы министрлығы рөхсәте генә еткән. Институт шәхси тип иҫәпләнә, бюджет ҡала Думаһы уҡытыусыларға хеҙмәте өсөн тәғәйенләгән түләү күләме буйынса билдәләнә.
1916 йылдың июнендә ҡала думаһы Ростов ҡала ҡатын-ҡыҙҙар институтын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1916 йылдың 29 июлендә халыҡ мәғарифы министры П. Н. Игнатьев Ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты Уставын раҫлай (Н. Парийский етәкселегендә төҙөлгән). Институттың маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙарға университет курсы күләмендә юғары медицина белеме биреү булған.
21 ноябрҙә Ростов ҡала ҡатын-ҡыҙҙар институтын асыу тантанаһы үтә. Вуздың төп базаһы Дондағы Ростов дауаханаһында урынлаша[1].
1917 йылдағы революция һөҙөмтәһендә енесенә ҡарамай граждандарҙың тиң хоҡуҡлығы иғлан ителә.
1920 йылда Дондағы Ростовтағы ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтын Мәскәү дәүләт университетының медицина факультеты менән берләштерәләр. Шулай итеп Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым уҡытыу осоро тамамлана.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт РОСТГМУ
- Высшее женское медицинское образование на Дону. М.Гаспарян, Т.Краевская
- Зарождение высшего медицинского образования на юге России. Л. Г. Зарубинская
- РОСТГМУ — история создания РостГМУ 2010
- История создания РОСТГМУ 2019 йыл 1 июль архивланған.