Донецкиҙа Максим Горький һәйкәлдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донецкиҙа Максим Горький һәйкәлдәре
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
В память о Максим Горький
Тасуирлау биттәре ia600308.us.archive.org/…
infodon.org.ua/donetsk/t…

Максим Горький һәйкәлдәре — билдәле рус яҙыусыһы Максим Горькийға Донецк ҡалаһында ҡуйылған һәйкәлдәр.

Донецкиҙа Максим Горькийға бер нисә һәйкәл ҡуйылған. Уларҙың икәүһе Горький исемендәге скверҙа сиратлап урынлаштырылған (был сквер хәҙер юҡ инде, ул Артем урамынан Ябыҡ баҙарға тиклем һуҙылған була).

Горький исемендәге скверҙа икенсе һәйкәл үҙәк ремонт-механик оҫтаханаһында бронзанан ҡойолған булған[1] һәм 1977 йылда ҡуйылған.

Һәйкәлдең авторҙары скульптор Николай Васильевич Ясиненко һәм архитектор Владимир Степанович Бучек.

Скульптура 1891 йылда Славянск тимер юл станцияһында ремонт бригадаһында эшләп йөрөгән йәш Алеша Пешковты һүрәтләй.

1997 йылда Горький исемендәге скверҙа Изге-Преображенский кафедраль собор төҙөлә башлай. Собор территорияһы бөтә скверҙы биләй. Һәйкәл Донецк дәүләт медицина университеты территорияһына күсерелә.

Һәйкәл медицина университеты территорияһына осраҡлы ғына күсерелмәй — университет Горький исемен йөрөтә. Ясиненко скульптураһынан башҡа медицина университеты территорияһында тағы ла бер Горькийгә һәйкәл бар — яҙыусының өлгөрөп еткән йәшендәге бюсы.

Шулай уҡ Крупская исемендәге Донецк өлкә китапханаһы бинаһында Максим Горькийҙың Наум Абрамович Гинзбург ижад иткән горельефы бар.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Центральные ремонтно-механические мастерские. Дата обращения: 18 май 2007. Архивировано 29 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Памятники и памятные знаки // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 156—162. — ISBN 5-7740-0782-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]