Дублин йәҙрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Дублин йәҙрәһе (ингл. Dublin Core) — инглиз телендә ресурстарҙың киң диапазонын тасуирлау өсөн метабирелмәләрҙе унификациялауға тәғәйенләнгән төп төшөнсәләр һүҙлеге (семантик селтәре). 2005 йылдан һүҙлек RDF форматында ла сыҡҡан һәм Семантик селтәрҙә ресурстарҙы тасуирлау өсөн киң таралған нигеҙ булып тора.

Һүҙлек ике кимәлдән тора:

  • ябай (квалификацияһыҙ, simple), 15 элементлы;
  • компетентлы (квалификациялы, qualified), 18 элементтан һәм нескәлектәр (йәки квалификаторҙар) төркөмөнән ғибәрәт, улар элементтарҙың семантикаһын аныҡлаштыра.

Дублин йәҙрәһе семантикаһы китапхана эше, компьютер фәндәре, текстарҙы кодлау, музей эше һәм башҡа тармаҡ профессионалдарының халыҡ-ара дисциплина-ара төркөмө тарафынан ижад ителә.

Рәсәйҙә 2011 йылдың 1 июленән «Рәсәй Федерацияһының милли стандарты. Мәғлүмәт, китапхана һәм нәшриәт эше буйынса стандарттар системаһы. „Дублин йәҙрәһе“ метабирелмәләре элементтарының йыйылмаһы» Р 7.0.10-2010 (ИСО 15836:2003) ГОСТ-ы эш итә.

Дублин йәҙрәһенең элементтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дублин йәҙрәһе метабирелмәләре элементтары йыйылмаһының (Dublin Core Metadata Element Set; DCMES) ябайы 15 метабирелмә элементынан тора:

  1. Title — атама;
  2. Creator — эшләүсе;
  3. Subject — тема;
  4. Description — тасуирлама;
  5. Publisher — нәшерсе;
  6. Contributor — өлөш индереүсе;
  7. Date — дата;
  8. Type — тип;
  9. Format — документ форматы;
  10. Identifier — идентификатор;
  11. Source — сығанаҡ;
  12. Language — тел;
  13. Relation — мөнәсәбәттәр;
  14. Coverage — ҡаплау;
  15. Rights — авторлыҡ хоҡуҡтары.

Дублин йәҙрәһе метабирелмәләре элементтары йыйылмаһының квалификациялыһы (компетентлыһы), үрҙә һаналған 15-тән тыш, түбәндәгеләрҙе индерә ала:

  • Audience — аудитория (тамашасылар);
  • Provenance — сыҡҡан урыны;
  • RightsHolder — хоҡуҡ эйәһе.

Һәр элемент һайлап ҡулланыла, ҡабатлана ала. Дублин йәҙрәһе метабирелмәләре инициативаһы (Dublin Core Metadata Initiative; DCMI) элементтарҙы билдәләүҙең стандарт юлдарын тасуирлаған, шулай уҡ ул кодлаштырыу һыҙмалары һәм һүҙлектәр ҡулланырға тәҡдим итә. Был элементтар билдәле бер тәртипкә һалынмаған. DCMI Type (Тип) элементы буйынса ҡулланырға 12 һүҙҙән торған кескәй генә дөйөм һүҙлек тә тәҡдим итә.

Элементтарҙы билдәләү һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса тулы мәғлүмәт Дублин йәҙрәһе метабирелмәләре реестрында (Dublin Core Metadata Registry) тасуирланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дублин йәҙрәһе тураһында рус телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]