Дуйсбург филармония оркестры
Дуйсбург филармония оркестры (нем. Duisburger Philharmoniker, до 2001 г. Дуйсбургский симфоник оркестры, нем. Duisburger Sinfoniker) — герман симфоник оркестры, Германияның Рейн-Вестфалия федераль ерендәге Дуйсбург ҡалаһында урынлашҡан. Оркестрҙың тыған көнө итеп 1877 йылдың 1 авгусы иҫәпләнә. Был көндә дирижер Герман Брандт ҡала капельмейстеры итеп тәғәйенләнә һәм ул Дюссельдорф ҡалаһында 1872 йылда үҙе ойошторған оркестрҙы Дуйсбургҡа күсереп алып килә. Ошо оркестр менән ул Дуйсбург ҡалаһында эшмәкәрлеген башлап ебәрә. Был оркестр ХХ быуат башында Германия оркестрҙары тарихы биттәрендә иң ҙур һәм шәп оркестр булып яҙылып ҡала: оркестр Антон Брукнерҙың Туғыҙынсы симфонияһының премьераһын бирә, ә оркестрҙың дирижерҙары булып был ваҡытта Макс Регер һәм Рихард Штраустар эшләй.
Оркестр етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герман Брандт (1877—1893)
- Юлиус Штайнингер (1893—1899)
- Вальтер Йозефсон (1899—1920)
- Пауль Шайнпфлюг (1920—1928)
- Ойген Йохум (1930—1932)
- Отто Фолькман (1933—1944)
- Георг Людвиг Йохум (1946—1970)
- Веллер Вальтер (1971—1972)
- Мильтиадес Каридис (1975—1981)
- Лоуренс Фостер (1982—1987)
- Александр Лазарев (1988—1993)
- Бруно Вайль-дер Бруно (1994—2002)
- Джонатан Дарлингтон (2002—2013)
- Джордано Беллинкампи ( 2013 г.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайтында (нем.)