Эстәлеккә күсергә

Дунцова, Екатерина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Екатерина Дунцова
рус. Екатерина Сергеевна Дунцова
Екатерина Дунцова
Екатерина Дунцова, 2024 йыл
Ржев ҡала думаһы депутаты
2019 — 2022
 
Тыуған: 24 апрель1983
Красноярск, Красноярск крайы, РСФСР, СССР
Балалары: 3 бала
Партия: Рассвет
Белеме: Тверь Дәүләт Университеты
 
Сайт: duntsova2024.ru

Екатерина Сергеевна Дунцова (рус. Екатерина Сергеевна Дунцова; 24 апрель 1983 йыл; Красноярск ҡалаһы, Красноярск крайы, РСФСР, СССР) Рәсәй сәйәсмәне һәм журналисы. Ул 2019 йылдан 2022 йылға тиклем Ржев ҡала думаһы депутаты була.

2023 йылдың 6 ноябрендә Дунцова 2024 йылдағы һайлауҙа Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеү ниәте тураһында иғлан итә. Әммә Үҙәк һайлау комиссияһы уның документтарын ҡабул итмәй.

Дунцова Красноярскиҙа тыуған.[1] 1995 йылда ул Ржевҡа (Тверь өлкәһе) күсеп килә, унда урта мәктәпте тамамлай.

Журналист карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Ржев муниципаль телекомпанияһында эшләй, һуңынан бер нисә йыл мәктәп телестудияһы етәксеһе булды.

Ул шулай уҡ бойондороҡһоҙ "РиТ" телекомпанияһы етәксеһе булды.[1]

Урындағы сәйәсмән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Дунцова Ржев мэры һайлауҙы юҡҡа сығарыуға ҡаршы 4000-дән ашыу ҡултамға йыя.

2019 йылдан 2022 йылға тиклем Ржев ҡала думаһы депутаты була.

Президент кампанияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2023 йылдың 6 ноябрендә Дунцова 2024 йылдағы һайлауҙа Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеү ниәте тураһында иғлан итә. Дунцова "Илгә киләсәкте ҡайтарасаҡбыҙ!" (урыҫ телендә "Вернём стране будущее!") лозунгыһы менән сығыш яһай.

Дунцова Путиндың Сәйәсәтенә һәм Украиналағы хәрби хәрәкәттәргә ҡаршы сығыш яһай.[2]

2023 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы уның документтарын ҡабул итмәй.

2024 йылдың 31 майында Рәсәй властары Дунцованы "ят агент".

  1. 1,0 1,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ekho» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Faulconbridge. In Russia, war and fear trouble one presidential hopeful  (инг.), Reuters (27 November 2023). 30 ноябрь 2023 тикшерелгән.