Дунька клубы
Иҫтәлекле урын | |
Дунька клубы
| |
Дунька клубы — Дондағы Ростовта көнкүреш хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мәҙәниәт һарайы, Ростов зыялыйҙарының[1][2] яратҡан ял итеү урындарының береһе.
Исеменең тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәниәт йорто директоры Людмила Лисицина фекеренсә, «Дунька клубы» исеме килеп сығыуҙың иғтибарға лайыҡ өс версияһы бар: 1945 йылдың сентябрендә, клуб асылғанда, тирә яҡта емереклектәр була. Ә мәҙәниәт йортонда ҡалала беренсе бейеү кисәләре ойошторола башлай. Ир-аттар аҙ була, нигеҙҙә уйынға ҡатын-кыҙҙар, ябай халыҡса әйткәндә «дунькалар» килә. Шулай ошо исем нығынып ҡала. Икенсе бер риүәйәт буйынса һуғышта ирен юғалтҡан һәм ҡайғынан бер аҙ аҡылы инәле-сығалы Дуня, туҡтауһыҙ клубҡа килеп ирен эҙләй, уның үлеменә ышанмай. Өсөнсө версия үткән быуаттың 20-се йылдарына ҡарай. Ул саҡта был бинаның ҡала почтаһының үҙәк бүлеге менән бәйләнеше була. Уның хеҙмәткәрҙәре бында кистәрен ял итәләр. Айседора Дунканды яратыусылар уның исемендәге клуб ойошторалар. Ҡулланылышта Дункан «Дунька» булып китә.
Ҡала халҡы араһында элекке ваҡыттарҙа «Дунька клубы» фәхешхана булған, уның исемен аҙаҡ мәҙәниәт Йорто тип үҙгәрткәндәр тигән фараз киң таралған булған. Танылған режиссёр Кирилл Серебренников та ошо фараз яҡлы.
Мәҙәниәт Һарайы тариы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860-сы йылдарҙа Дунька клубы сауҙагәр Антимоновтың табыш йорто була. Икенсе ҡатта һәр ваҡыт уйын-көлкө үткәрелә.
ХХ быуатта Антимонов айырым йортонда түбәндәге ойошмалар урынлашты:
- 1937 йылға тиклем, — элемтә хеҙмәткәрҙәре Клубы;
- 1937 йылдан алып— авиация хеҙмәткәрҙәре Клубы;
- 1946 йылдан һуң — промыслалар кооперацияһы ҡала Советы мәҙәниәт Йорто;
- 1958 йылдан һуң — промыслалар кооперацияһы өлкә Советы мәҙәниәт Йорто;
- 1961 йылдан һуң — урындағы сәнәғәт мәҙәниәт Йорто;
- 1966 йылдан һуң — көнкүреш хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мәҙәниәт Йорто;
- 1994 йылдан башлап— «Ростовэлектротранс» мәҙәниәт Йорто;
- 1998 йылдан һуң — Муниципаль унитар предприятие «Ҡала Ижад Йорто»;
- 2003 йылдан алып — «Ҡала Ижад Йорто» муниципаль учреждениеһы.
Мәҙәниәт һарайында Геннадий Тростянецкийҙың «Зәңгәр троллейбус» үҙешмәкәр театры эшләгән.
Заманында мәҙәниәт һарайында тауыш яҙҙырыу студияһы булған, унда 2003 йылдың май айында Николай Константинов «Буги-Холестерин»[3] яңғыҙ башҡарылған йырҙар альбомы яҙҙырған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дунькин клуб: знаковые места Ростова-на-Дону Официальный сайт Городского Дома Творчества
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фрейдлин Л. Театр с главного входа. — Ростов-на-Дону: ЗАО «Книга», 2009. — 352 с.
- ↑ Матизен В. Кирилл Серебренников: «Искусство как плесень — возникает, где мокро» 2016 йыл 23 июнь архивланған. // Новые Известия. — 2007. — 26 янв.
- ↑ Третьяков Д. Игры современников. Николай Константинов // d-tretyakov.livejournal.com. — 2006. — 23 июля.