Дәүләт сиге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Канада Королеваһының һыбайлы полиция офицерҙары һәм Нью-Йорк штатының полицейскийҙары  дәүләт сигендә.  1941 йылда төшөрөлгән, Портленд (штаты Мэн) — Монреаль нефть үткәргестәренең тоташыуы ваҡытындағы байрам. 

Дәүләт сиге — дәүләт территорияһындағы илдең (ҡоро ер, һыу, ер аҫты һәм атмосфера киңлектәре) сиген бүлгән һыҙыҡ, йәғни  дәүләт суверенитетын һаҡлай.

Атама тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт сиге төшөнсәһе,  дәүләтселек институты барлыҡҡа килеү менән бәйле. Дәүләт эсендәге биләмә һаҡлана һәм дәүләт башлығы файҙаһына  ошо биләмәнән яһаҡ йыйыла. Хәрби низағтар барышында дәүләт сигенең  формаһы үҙгәрә башлай. Таможня пошлиналарын территорияны рөхсәтһеҙ үтеү өсөн (транзитное пересечение) индереү нигеҙендә был төшөнсә тағы ла нығыраҡ нығытыла.

Сиктәрҙең төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сик аша үтеү  «Хоэнау — Моравский Св. Ян», Австрия-Словакия
Дәүләт сиге, ҙур булмаған ҡойма ике ҡаланы бүлеп тора Тихуана, Мексика, (уң яҡта), Америка Ҡушма Штаттары (һул яҡта)

Бер дәүләттең ҡоро ер территорияһын икенсе дәүләттән  бүлгән һыҙыҡ дәләттең сиге (ҡоро ер сиге) тип атала.

Ике күрше дәүләте һыулы территория бүлгән саҡта ул диңгеҙле  дәүләт сиге була.

Күҙ алдына килтергән дәүләт сиген бүлеп торған яҫылыҡ ер яҫылығына перпендикуляр булыуы менән һауа сиген бүлеп тора. 

Рәсәй һәм Ҡытай сиге, Забайкальск янында

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]