Екатерина паркы (Кронштадт)
Екатерина паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1839 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кронштадт |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия Кронштадта (Санкт-Петербург), часть 3[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Советская улица |
Екатерина паркы Викимилектә |
Екатеринина паркы (шулай уҡ Екатеринина скверы, Совет скверы, Совет бульвары) — Кронштадттағы парк. XIX быуат тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Кронштадттың тарихи үҙәгендә, Совет урамы һәм Обводной канал буйында урынлашҡан. Атамаһы Совет урамының элекке исеме менән бәйле — Ҙур Екатеринина урамы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк 1839—1843 йылдарҙа диңгеҙсе Ф. Ф. Беллинсгаузен бойороғо буйынса эшләнә, ул был осорҙа Кронштадт портының баш командиры була[2]. 1861 йылда паркты уратып алған суйын рәшәткә төҙөлә, ә 1887 йылда ул әлеге көнгә тиклем һаҡланған яңыға алмаштырыла. 1886 йылда парк Екатеринина күпере аръяғына оҙайтыла. 1893 йылға тиклем ҡыш бульвар ябыла, ошо ваҡыттан алып аллеялар таҙартыла һәм ул халыҡ өсөн теләһә ҡайһы ваҡытта асыҡ була башлай[3]. Йыш ҡына халыҡта бульварҙы «эт бульвары» тип атайҙар, сөнки властар тыйыуға ҡарамаҫтан унда эттәрҙе йөрөтөргә яраталар[2].
1870 йылдың 11 сентябрендә паркта Ф. Ф. Беллинсгаузен һәйкәле асыла. Һәйкәлдең скульпторы И. Н. Шредер, постаментын архитектор И. А. Монигетти эшләй[4].
Урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк Совет урамы һәм паркты Кронштадт Адмиралтействоһынан айырып торған Обводной канал араһында тар һыҙат булып тора. Ул Карл Маркс урамында башлана һәм Комсомол урамында тамамлана. Парк Совет күперенә сығарыусы Рошаль урамы менән икегә бүленгән. Парктың көнсығыш өлөшөндә Обводный канал аша йәйәүлеләр өсөн Елкәнле күпер төҙөлгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Паркта йәйәүлеләр аллеяһы
-
Ф. Ф. Беллинсгаузен һәйкәле
-
П. Н. Капица һәйкәле
-
Обводный канал һәм Диңгеҙ соборы күренеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 Екатерининский сквер . Встреча с Кронштадтом. Дата обращения: 5 апрель 2018. 2018 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Столпянский П. Путеводитель по Кронштадту: Исторические очерки. — Центрполиграф, 2017.
- ↑ Екатерининский парк . citywalls.ru. Дата обращения: 5 апрель 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Екатерининский парк . citywalls.ru. Дата обращения: 5 апрель 2018.