Ерекле (Шарлыҡ районы)
Ерекле | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Путятинский сельсовет[d][1] |
Халыҡ һаны | 153 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461452 |
Ерекле (рус. Зирекло) — Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Путятино ауыл Советы составындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл район үҙәге Шарлыҡтан төньяҡтараҡ яҡынса 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл XVIII быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе сигендә барлыҡҡа килгән һәм элек Башҡортостанға ингән [3]. Был ауылда йәшәгән кешеләр күберәк Ырымбур өлкәһе менән иҡтисади йәһәттән дә, туғанлыҡ ептәре аша ла бәйләнештә торғандар һәм оҙаҡ йылдар административ-территориаль яҡтан ошо өлкәгә күсереүҙе юллап йөрөгәндәр. 1952 йылда БАССР хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә ауыл халҡының үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 183 кеше , 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 153 кеше йәшәгән[5].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда һәм Ырымбур өлкәһендә «Ерекле» атамалы йылғалар ҙа, шул исемле йылға буйында урынлашҡан ауыл-ҡасабалар ҙа байтаҡ. Был ауылдың исеме лә үҙе урынлашҡан Ерекле йылғаһы исеменән барлыҡҡа килгән[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ерекле (мәғәнәләр)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Зирекло (2011).
- ↑ Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1