Ер һәм ирек (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ер һәм ирек («Земля и воля») — ижтимағи-сәйәси гәзит.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социал-революционерҙар партияһының Өфө губерна комитеты, 1917 й. декабренән алып Һул социал-революционерҙар (интернационалистар) партияһының Өфө губерна ойошмаһы, 1918 йылдың ғинуарынан — Һул социал-революционерҙар (интернационалистар) партияһының Өфө губерна ойошмаһы һәм ҡала комитеты органы. Көн һайын Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1917 й. мартынан 1918 й. июненә тиклем нәшер ителә. Гәзит биттәрендә илдәге һәм сит илдәрҙәге ваҡиғалар хроникаһы, партияның эшмәкәрлеге киң яҡтыртыла, Беренсе донъя һуғышы барышы тураһындада мәғлүмәт бирелә һ.б.

Мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А.И.Бриллиантов
  • А.П.Успенский
  • В.П.Гиневский
  • И.З.Штейнберг
  • В.Е.Трутовский
  • Е.Н.Семеновская.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер һәм ирек (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.