Еҙ ҡуңыҙ
Еҙ ҡуңыҙ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Calosoma sycophanta Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Еҙ ҡуңғыҙ — бызылдауыҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта һәм Көньяҡ Европанан, Кавказдан алып Монголияға тиклем һәм Төньяҡ Африкала таралған. Тәне ялпаҡ, 24—35 мм оҙонлоҡта (инә бөжәктәр ҙурыраҡ). Төҫө металл ялтырауыҡлы ҡара күк. Башы шыма, шәмәхә төҫөндә, уртаса ҙурлыҡта, алғы арҡаһы йөрәк рәүешендә, ауыҙ аппараты кимереүсе. Мыйығы бәләкәй, еп һымаҡ. Өҫкө ҡанаты киң, ҡырлы, алтынһыу йәшел төҫтә, ян—яҡ ситтәре тура. Ҡанаты үҫешкән. Аяғы оҙон, йүгереү һәм ағас олондары буйлап йөрөү өсөн тәпәйҙәренең осонда ырғаҡ бар. Балағорттары ҡара, 1—2 ай үҫә. Йәш ҡуңыҙҙар май—июндә сыға.
Йәшәйеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тупраҡта йәки урман түшәмәһендә ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Өлкән бөжәктәр һәм балағорттар күбәләктәрҙең, шул иҫәптән парһыҙ ебәк күбәләгенең, һ.б. урман ҡоротҡостарының ҡарышлауыҡтары һәм ҡурсаҡтары менән туҡлана. Башҡортостанда урман-дала һәм дала имәнлектәрендә, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Очерк о красотеле пахучем в Красной Книге России 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
- Красотел пахучий в Красной Книге Челябинской области 2007 йыл 11 ноябрь архивланған.
- Forest Caterpillar Hunter, BioLib.cz.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы популяция ҡыҫҡара | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |