Живановичтар ғаиләһенең умартасылыҡ музейы
Живановичтар ғаиләһенең умартасылыҡ музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1968 |
---|---|
Дәүләт | Сербия |
Административ-территориаль берәмек | Южно-Бачский округ[d] |
Урын | Сремски-Карловци |
Адрес | Митрополита Стратимировића 86б, Сремски Карловци |
Рәсми сайт | museumzivanovic.com |
Живановичтар ғаиләһенең умартасылыҡ музейы Викимилектә |
Живановичтар ғаиләһенең умартасылыҡ музейы (сер. Музеј Живановић пчеларство породица) . серб ҡалаһы Сремски-Карловцила урынлашҡан. 1968 йылда Сербияла хәҙерге умартасылыҡтың пионеры һәм философ Йован Живановичтың ейәне Боривой Живанович тарафынан нигеҙ һалына [1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙа бөтә тарих дауамында кеше менән бал ҡорттарының үҙ-ара бәйләнешенә ҡағылышлы әйберҙәр тупланған. Бында 200-ҙән ашыу боронғо умарталар һәм ҡортсолоҡ һәм уның продукттарын етештереү өсөн төрлө кәрәк-яраҡтар бар ҡайһы берҙәренә уларҙың йөҙ йыл ярым самаһы[2]. Шулай уҡ бал ҡорттарының төрлө тоҡомдары тураһында мәғлүмәттәр, Йован Живановичтың фәлсәфәүи эштәре, Живановичтар династияһының фотоһүрәттәре, музейға тапшырылған бүләктәр һәм дипломдар менән танышырға мөмкин. Айырыусы һиҙелерлек экспонат булып Раванница сиркәүе формаһындағы 1880 йылғы умарта тора[3].
Живановичтар династияһы Сербияла боронғо шарап етештереүсе хужалар булараҡ, залдарҙағы бер экспозиция шарап яһауға арналған[4].
2015 йылда умартасылыҡ музейы профессор Йован Живанович исемендәге премия булдыра, ул серб халҡының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм халыҡ йолалары тураһында мәғлүмәттәрҙе таратыусы журналистарға тапшырыла[5].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Винный дом семьи Живановичей
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Muzej pčelarstva ‘’Jovan Živanović’’ u Sremskim Karlovcima (серб.) (24 февраль 2016). Дата обращения: 3 февраль 2019.
- ↑ MUZEJ PČELARSTVA PORODICE ŽIVANOVIĆ – SREMSKI KARLOVCI (серб.). Дата обращения: 3 февраль 2019. 2018 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Пет деценија Музеја пчеларства у Карловцима (серб.).
- ↑ Bermet vinarije Živanović - plemenita kapljica sa biljem (серб.) (4 июль 2013). Дата обращения: 4 февраль 2019.
- ↑ Богдану Ибрајтеру награда „Професcор Јован Живановић” (серб.). Политика (30 ноябрь 2015). Дата обращения: 3 февраль 2019.