Живоначальная Троица сиркәүе (Каменск-Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православие ғибәҙәтханаһы
Церковь Троицы Живоначальной
KAM-Church Troitsa 3.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Каменск-Шахты
Конфессия Православие
Епархия Шахты һәм Миллерово епархияһы. Каменское благочиние 
Бина тибы кирбес
Төҙөлөшө 19982003 йылдар
Бөгөнгө хәле эш итеүсе
Сайт Рәсми сайт

2003

 Живоначальная Троица сиркәүе (Изге Троицкий сиркәүе) — Шахты һәм Миллерово епархияһы, Каменское благочиниеһына ҡараған ғибәҙәтхана. XIX быуат рухындағы йорт архитектураһы буйынса биш башлы , ике яҡтылыҡ төшкән урынлы, аш бүлмәле һәм бейек булмаған саң манараһы менән төҙөлгән ғибәҙәтхана.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Троицкий мәхәлләһе  ҡалала 1997 йылдың апрелендә барлыҡҡа килгән. 1998 йылда мәхәлләгә  йорт биргәндәр, унда ғибәҙәт ҡылыу йорто яһағандар. Ғибәҙәтхана йорто  1998 йылдың 9 июлендә асылған. Һуңынан уның көмбәҙен эшләгәндәр, ә 2003 йылда Изге Троицкий сиркәүенең саң манараһына ҡыңғырауҙар урынлаштырғандар. Сиркәүҙә Изге  Тихон Задонскийҙың һөйәктәре бар.

 Сиркәүҙә мәрхәмәтлек ашханаһы, хор һәм йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Сиркәү хужаһы (настоятеле) — иерей Александр(Теличкин), руханийы — иеромонах Серафим (Сергей Владимирович Сенченко).



Сиркәү адресы:  Каменск-Шахтинский ҡалаһы,  Южныйҡасабаһы, Ростов урамы, 10а һанлы йорт.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]