Жийен Жырау Тағай улы
Жийен Жырау Тағай улы | |
Тыуған көнө | 1730 |
---|---|
Вафат булған көнө | 1784 |
Жийен Жырау Тағай улы (ҡарағалпаҡ теле. Жийен Жырау Тағай улы, 1730 — 1784) — ҡарағалпаҡ халыҡ сәсәне (жырау йәки йырау), шағир, XVIII быуат халыҡ эпостарын башҡарыусы[1]. Жийен-Жырау исеме менән танылыу алған[1]. Уның фольклор әҫәрҙәре тематикаһы, стиле һәм реализмы буйынса айырыуса айырылып торған яҙма әҙәбиәт әҫәре кеүек ҡабул ителә[1]. Тағай улы Жийен Жырау — ҡараҡалпаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жийен Жырау Тағай биографияһының айырым өлөштәре генә һаҡланған[1].
Шағирҙың тыуыуы һәм вафаты тураһында төгәл датаһы билдәле түгел[2]. Ҡараҡалпаҡ әҙәбиәт белгесе А. Кәримов фаразлағанса, Тағай улы Жийен Жырау 1730 йылда тыуған һәм 1784 йылда вафат булған[2]. Ул мөйтән ырыуы вәкиле, Төркөстанда тыуған.[1] Ярлы халыҡ араһынан сыҡҡан[1]. Ябай кешеләрҙең барлыҡ ауырлыҡтарын һәм ихтыяждарын үҙ елкәһендә татыған[1].
Жийен Жырау 1756 йылда ҡарағалпаҡ халҡын Төркөстандан Арал диңгеҙе ярындағы ерҙәргә һәм Хорезмға мәжбүри күсереү һынауҙарына дусар ителә[3]. Күрше хандарҙың йыш һөжүме һөҙөмтәһендә ҡот осҡос талау һәм сәсеүлектәрҙең юҡ ителеүе арҡаһында, һәләкәттән ҡотолоу өсөн, ҡарағалпаҡ халҡы Төркөстандан Хорезм оазисына ҡасырға мәжбүр була[1][3]. Байҙар күсенеүҙе бер ниндәй ҡорбанһыҙ кисерә һәм Амударъяның түбәнге ағымындағы иң яҡшы ерҙәрҙе биләй[1]. Фәҡирҙәргә иһә сүл буйлап хәрәкәт итеү яңы ғазаптар килтергән[1]. Аслыҡтан һәм сарсауҙан юлда күп кешеләр һәләк булған[3][1][4]. Төркөстандан алып Арал диңгеҙенә һәм Хорезмға тиклемге юл һәләк булғандарҙың кәүҙәләре менән тулған[1].
Ошо ауыр көндәрҙә Жийен Жырау ҡумыҙынан айырылмай, яңы йырҙар сығарған һәм башҡарған[1]. Жийен Жырауҙың «Посҡан ел» (Разорённый народ - Туҙҙырылған халыҡ) поэмаһы Төркөстандан мәжбүри күсенгәнендә ҡарағалпаҡ халҡының иҫ киткес ауырлыҡтар кисереүе хаҡында бәйән итә.
Жийен Жырау, ят ерҙәрҙә бәхет таба алмайынса, тыуған яғы Төркөстанына ҡайтырға ҡарар итә[5]. Тыуған яғына ҡайтып барғанда, Аҡҡамыс ауылында (Көньяҡ Карағалпаҡстан) сирләп китә һәм вафат була[5].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жийен Жырау ҡарағалпаҡ халҡының иң боронғо йырау-сәсәне булған[1]. Ҡараҡалпаҡ халҡы жырау-сәсәндәренең оҫталығына һоҡланған, һәм уларҙы халыҡ бик ныҡ хөрмәт иткән[6]. Тамаҡ төбө менән өзләп йырлауҙа тылсымлы көс бар тип һаналған[7]. Ул «Алпамыс», «Ҡырыҡ ҡыҙ» һәм «Маспатша» кеүек ҡарағалпаҡ поэмаларының тәүге башҡарыусыһы булған һәм байтаҡ тыңлаусыларҙы йыйған[7].
Жийен Жырау ҡарағалпаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалған һәм уға демократик һәм реалистик йүнәлеш биргән[3]. Әҙәби әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлек, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, иҙеү, байҙарҙың һәм руханиҙарҙың башбаштаҡлығы мәсьәләләре киҫкен ҡуйылған[3].
Жийен Жырауҙың[1][3] «Бөлгән халыҡ» (ҡарағалп. «Посқан ел» поэмаһында тап ошо идеялар сағылдырылған[4]). Ысын тарихи ваҡиғалар нигеҙендә ижад ителгән был әҫәр революцияға тиклемге ҡарағалпаҡ шиғриәтендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһенә әүерелә[8] һәм ҙур художество-тарихи ҡиммәткә эйә[1].
«Бөлгән халыҡ» поэмаһы нигеҙенә 1756 йылда Жийен Жырау үҙ башынан үткән[1][3][4] ҡарағалпаҡ халҡының мәжбүри рәүештә Төркөстандан Хорезмға күсеү тарихы һалынған[1][8][9]. Үҙенең поэмаһында ул ҙур әрнеү һәм ҡайғы менән халыҡтың ғазаптары тураһында һөйләй, ғәйеплеләрҙе - байҙарҙы, бейҙәрҙе, руханиҙарҙы ҡәһәрләй [3][4] һәм халҡының яҡшы киләсәгенә ышаныс белдерә[1]. Был әҫәрҙә Жийен Жырау иҙеү һәм фәҡирлеккә ҡаршы торорлоҡ берҙән-бер реаль көс - берләшеү һәм бер-береһенә ярҙам итеү көсө хаҡында һөйләй[5].
Поэма толғау формаһында яҙылған[1].
«Уллы тау» әҫәрендә ҡарағалпаҡтарҙың Һырдаръяла бөлгөнлөккә төшөүен ентекле тасуирлаған[2].
«Хуш булығыҙ, дуҫтар» (каракалп. "Хош болың, дослар" боронғо йырын [2]) Жийен Жырауҙың шиғри васыяты, тип атарға була[1]. Унда шағирҙың Хорезмда бәхет тапмауы һәм тыуған төйәгенә - Төркөстанға ҡайтыуы тураһында бәйән ителә[1]. Үҙ халҡы менән хушлашҡанда, шағир сүллектәрҙе үҙләштереү һәм киләсәктә бөтә халыҡ именлеге хаҡына тәбиғәт байлыҡтарына эйә булыуҙың ыңғай картиналарын һүрәтләй[1].
Билдәле әҫәрҙәре исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Посқан ел» («Разорённый народ») поэмаһы[1][5][2]
- «Һау булығыҙ, дуҫтар» йыры[1][2]
- «Уллы тау»[2]
- «Верни моего верблюда»[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давкараев Н. Очерки по истории дореволюционной каракалпакской литературы / Акад. наук УзССР. Кара-Калп. комплексный науч.-исслед. ин-т. - Ташкент : Изд-во Акад. наук УзССР, 1959. - 222 с.
- Мамедов Н. Каракалпакская литература. Баку, Мутарджим, 2007. - 295 с.
- Nizami Məmmədov-Tağısoy. Qaraqalpaq ədəbiyyatı. Bakı, «Elm və təhsil», 2015, 456 səh.[10]
- Каримов Артык. Жизнь и творчество Жиена-жрау: диссертация кандидата филологических наук. - Нукус, 1964. - 183 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 Жиен-Жырау (XVIII в.) (билдәһеҙ). ziyouz.uz. Дата обращения: 23 ноябрь 2023. Архивировано 8 май 2023 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Низами Мамедов. Каракалпакская литература. — Баку: Мутарджим, 2007. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Каракалпакская литература // Краткая литературная энциклопедия. Т. 3. — 1966 (текст) . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Джиен Жрау * Литературная энциклопедия. Т. 2. — 1964 . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Pojety Karakalpakii.pdf . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ Значение и место каракалпакских жырау и баксы в
- ↑ 7,0 7,1 Исполнительское мастерство каракалпакских народных жырау – тема научной статьи по искусствоведению читайте бесплатно текст научно-исследовательской работы в электронной библиотеке КиберЛенинка . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ 8,0 8,1 Читать 👀 онлайн 📲 Большая Советская Энциклопедия (ДЖ) | Джиен Жрау Тагай улы без регистрации . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ Джиен Жрау - Большая Советская энциклопедия - Что значит, описание, фото, толкование, определение . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 7 май 2023 года.
- ↑ Qaraqalpaq.indd . Дата обращения: 7 май 2023. Архивировано 1 ноябрь 2021 года.