Жилибер Паркы (Гродно)
Жилибер Паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 8 апрель 1775 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Жилибер, Жан Эммануэль[d] |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Гродно[d] |
Жилибер Паркы Викимилектә |
Жилибер Паркы — Белоруссияның Гродно ҡалаһы.үҙәгендә урынлашҡан Жан Эммануэль Жилибер исемендәге ҡала паркы.
Тарихы һәм тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жан Эммануэль Жилибер исемендәге парк Гродно ҡалаһының[1] үҙәгендә урынлашҡан. Ж. Э. Жилибер — француз медик-ғалимы һәм мәғрифәтсеһе. Меценат Антоний Тизенгаун, ярҙамы менән ул Беларусь территорияһында беренсе юғары уҡыу йортона — Гродно медицина академияһына[1].нигеҙ һалған. Ул шулай уҡ акушерлыҡ мәктәбенә, Гродно госпиталенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, ботаник баҡса булдыра. Әлеге ваҡытта нәҡ баҡса урынында ҡала паркы урынлашҡан. Баҡса 1775 йылдың[1] 8 апрелендә булдырыла һәм академияла күргәҙмә уҡыу әсбабы булып тора. Баҡса, уға нигеҙ һалғандан һуң өс йыл үтеүгә, Европала иң яҡшыһы тип иҫәпләнә башлай һәм тап унда күп төрлө, күпселеге һирәк тип һаналған 2000 үҫемлек төрө үҫә. Жилибер ҡаланан киткәндән һуң баҡсаны тәрбиәләү эше ҡала властары ҡулына күсә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, улар баҡсаны тейешле кимәлдә тәрбиәләй алманлыҡтан, парк ташландыҡ хәлдә булған. Бер нисә йылдан һуң, Ж Эммануэль хеҙмәте түбәндәге биләмәләргә: бер ике баҡсаға һәм бер паркка бүленгән. 1920 йылдарҙа ботаника баҡсаһын яңынан асыу ҡарары ҡабул ителә. Был юлы Ян Кохановский баҡса ҡурсалауҙы үҙ өҫтөнә ала. Баҡсала барлығы 800 төр үҫемлек төрө иҫәпләнә, һәм был унан алдағы 5 баҡсанан биш тапҡыр әҙерәк була. әле Баҡсаның тағы бер өлөшө үҙгәртеп ҡорола һәм поляк яҙыусыһы һәм Элиза Ожешко[1] бюсы менән биҙәлә. Икенсе донъя һуғышыбарышында хәрби-ялан госпитале парк территорияһында яугирҙәрҙе ерләгән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң, яугирҙәрҙең һөйәктәрен туғандаш ҡәберлеккә яңынан ерләйҙәр. Был урында постамент тора, һәм унда мәңгелек ут[1].тоҡандырыла. Бөгөнгө көндә парк үҙгәргән, ул үҙенән элгәре, Жан Жилибер һалған беренсе вариант парктан бик ныҡ айырылып тора. Әммә парк һәм иҫ киткес матур булыуҙан туҡтағаны юҡ, ул ҡыҙыҡлы кешеләргә үҙенең үлсәме менән генә түгел, ә йәшел аллеялары менән әьҫир итә. Ерҙең шул һоҡландырғыс бер киҫәгендә беседкалар, эскәмйәләр, һуҡмаҡтар, юлдар, шарлауыҡтар бар — кешеләргә уңайлы булһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнгән. Шулай уҡ йылдың йылы көндәрендә паркта бер нисә кафе, йәйге амфитеатр, өлкәндәр һәм балалар өсөн аттракцион эшләй башлай. Бынан тыш, паркка ингән ерҙә белорус халыҡының быуаттар аша Жилиберға[1],ҙур рәхмәтен һәм уны мәңге хәтерләйәсәген белдереүсе Жилиберһыны статуя ҡуйылған.