Журавский һунарсылыҡ ҡурсаулығы
Журавский һунарсылыҡ ҡурсаулығы (заказнигы) — Ростов өлкәһе Чертков районындағы элекке тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһы. 1975 йылда булдырылған һәм 2005 йылда ғәмәлдән сығарылған[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1975 йылдың 18 декабрендәге Өлкә башҡарма комитетының 1093-сө ҡарарына ярашлы рәүештә Журавский һунарсылыҡ заказнигы ойошторолған. Документтарға ярашлы рәүештә башта ҡурсаулыҡ 12 мең гектар майҙанды тәшкил итә[2], һуңынан документтарҙа 13,7 мең гектар дөйөм майҙан күрһәтелә. Заказник айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре категорияһына ҡарай. Ростов өлкәһе хакимиәтенең 07.11.2005 йылдағы 301-се ҡарарына ярашлы өлкә әһәмиәтендәге Журавский заказнигы ғәмәлдән сығарылған.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Журавский заказнигы биләмәһе эсенә Широкий, Кострыкино, Крутенький, Веденев, Тоҙло йырындары ингән. 13,7 мең гектар һаҡланған тәбиғәт территорияһының 3 гектарын һөрөнтө ерҙәр , 6,9 мең гектарын — көтөүлек һәм 3,8 гектарын — урман массивы биләгән. Заказник биләмәһе төньяҡта — Воронеж өлкәһенән алып Верхнедонский районына тиклем сикләнә. Көнсығыш сиге районындың Степной утары янында. Көньяҡ сиге — Степной утарынан алып Щедровский һунарсылыҡ хужалығына тиклем. Көнбайыш сиге Воронеж өлкәһенә тиклем һуҙылған.