Закиров Тәбрик Фридрих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Закиров Тәбрик Фридрих улы
Тыуған көнө 8 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Закиров Тәбрик Фридрих улы (8 июль 1980 йыл25 декабрь 1999 йыл) — Рәсәй Армияһының Төньяҡ Кавказда террорсыларға ҡаршы ойошторолған операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәре. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбрик Фридрих улы Закиров 1980 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Черепанов ауылында тыуған.

1987 йылда 1 класҡа уҡырға инә, Гусевка төп мәктәбенең 9 класын тамамлағандан һуң Малаяҙҙағы 113-сө һөнәри лицейға уҡырға инә.

1998 йылдың декабрендә Рәсәй Армияһы сафына алына, Чечен Республикаһында террористарға ҡаршы алып барылған акцияла ҡатнаша.

1999 йылдың 25 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың 2000 йылдың 12 июль Указы менән Ҡаһарманлыҡ ордены менән (үлгәндән һуң) бүләкләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 12 декабрендә Малаяҙ ауылында Закиров Тәбрик Фридрих улына арнап мемориаль плитә асыу тантанаһы булды.

Мемориаль плитә Малаяҙ ауылында урынлашҡан Дыуан күп профилле колледжы филиалы ГБПОУ диуарына эленде.

Бында 1996—1998 йылдарҙа Закиров Тәбрик белем алған.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәлей Ғәләүетдин улы Хәйретдинов, Башҡортостан Республикаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡорт союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Т. Р. Рәжәпов, Салауат районында эшләп килгән Афған һуғышында ҡатнашыусылылар союзы рәйесе Р. Н. Хөснуллин, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы ГБПОУ мөдире Р. В. Ғибаәуллин, Дыуан күп профилле колледжы филиалының «Ҡаратау» хәрби-патриотик клубы һәм кадет класы етәксеһе Р. Ю. Борханов, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, Дыуан күп профилле колледжы филиалының кадет класы тәрбиәләнеүселәре, Малаяҙҙағы Башҡорт гимназияһы һәм 1-се урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Тәбрик Закировтың әсәһе Роза Закирова улы тураһындағы иҫтәлектәре менән сығыш яһаны.

Концерттан һуң, Батырҙар стелаһына веноктар һалынды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [1](недоступная ссылка)
  • [2](недоступная ссылка) (был исемлектә, ни сәбәптәндер, Закировтың да, Ғәтиәтуллин Адиктың да исеме юҡ)