Заславль замогы
Заславль замогы | |
бел. Заслаўскі замак | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Заславль[d] |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Заславль замогы Викимилектә |
Заславль замогы — Белоруссияның иң боронғо бастион замоктарының береһе, XVI быуат уртаһында поляк-литва магнаттары Глебовичтар тарафынан Заславль ҡалаһы янында (хәҙ. Минск өлкәһе ,Минск районы, Белоруссия) төҙөлгән.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Замок ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм 200X100 метр майҙанды биләгән һәм һәр яғынан һыулы йырындар менән уратып алынған. Ер бастиондар таш һәм кирбес менән түшәлгән. Валдарҙың емерелеүен булдырмау өсөн 0,33 м ҡалынлығында һәм 2,5 метр бейеклектә стеналар күтәрелгән. Замокҡа берҙән-бер инеү урыны ике метрлыҡ ҡалынлыҡтағы таш стеналарға эйә булған ике ҡатлы ҡапҡа аша көньяҡ яҡтан булған. Ҡапҡаларға йырын аша ағас күпер алып барған. Замокта кирбес менән түшәлгән ер аҫты юлы булған, ул замок ситкә алып барған, сығыу урыны метал рәшәткәләр менән ябылған. Ҡамалып ҡалыу осрағына замокта ҡоҙоҡ булған[1]
Спас-Преображенск сиркәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Замок эсендә урынлашҡан Спас-Преображенск сиркәүе стеналарының үрге өлөшөндә үҙгәртеп ҡоролоу ваҡытында бойницаларға эйә булған. Бынан тыш бойницаларҙың алты ҡаты ҡорамдың утыҙ метрлыҡ башняһында ла булған, ул замоктың күҙәтеү пункты булып хеҙмәт иткән.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Спас-Преображенск сиркәүе, һарай брамы емереклектәре һәм йырындары һаҡланған.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Заславль замогы планы
-
Замок ҡапҡалары емереклектәре
-
Рогнеда улы Изяслав менән һөргөнгә ебәрелгән 10-11 быуаттарҙағы боронғо замок урынында таш тәре
-
Заславль замогынан Сапег гербы менән кафель плитка
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ткачоў, М. А. Заслаўе // Замкi i людзi. — Мн.: Навука i тэхнiка, 1991. — С. 125-127. — 184 с. — 6000 экз. — ISBN 5-343-00880-1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрый Заяц. Заславскi замак // Вялікае Княства Літоўскае. Энцыклапедыя у 3 т. — Мн.: БелЭн, 2005. — Т. 1: Абаленскі — Кадэнцыя. — С. 648-649. — 684 с. — ISBN 985-11-0314-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://castle.iatp.by/zaslav.htm 2008 йыл 25 июнь архивланған.