Эстәлеккә күсергә

Зверева Наталия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зверева, Наталья Ивановна битенән йүнәлтелде)
Наталия Ивановна Зверева
Тыуған көнө

12 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (54 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

«Беҙҙең киләсәк» фондының директоры

 Зверева Наталия Ивановна Викимилектә

Зверева Наталия Ивановна (12 июнь 1970 йыл) — Рәсәй менеджеры, «Беҙҙең киләсәк» региональ социаль программалар фонды директоры.

Наталия Ивановна Зверева 1992 йылда «иҡтисад белгесе» һөнәре буйынса Мәскәү ғәмәли биотехнология институтын тамамлай, Георгий Плеханов исемендәге Рәсәй экономик университетында уҡый[1]. 1993—1996 йылдарҙа «НИКойл» асыҡ акционер йәмғиәтендә баш бухгалер, аҙаҡтан иҡтисад һәм финанстар департаменты директоры булып эшләй[1]. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем — «Уралсиб» банкында идара рәйесе кәңәшсеһе һәм Тәүәккәл инвестициялар менән идара итеү хеҙмәтенең кәңәшселәр етәксеһе[1].

2007 йылда Вагит Алекперов ойошторған, зәғиф кешеләргә, күп балалы ғаиләләргә һәм балалар йорттарың тәрбәнеүселәренә үҙ эшен асырға Рәсәйҙәге беренселәрҙән булып ярҙам иткән «Беҙҙең киләсәк» фондын етәкләй[2][3].

2012 йылдан башлап социаль бизнесты һәм эшҡыуарлыҡ үҫтереү һорауҙары буйынса Рәсәй Федерацияһының сауҙа һәм сәнәғәт палатаһының Координацион кәңәштең рәйесенең урынбаҫары[4].

Звереваның мәҡәләләре «Эксперт» журналында[5], «Ведомости»[6] һәм «Частный корреспондент» гәзиттәрендә баҫтырылып сыға[7]. Ул эшҡыуарҙарҙың министрҙар кабинеты һәм Дмитрий Медведев менән булған осрашыуҙа ҡатнаша[8]. «За труды во славу Св. Церкви Святителя Даниила Московского» миҙалы менән бүләкләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Попечительский совет. Медиа капитал. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 июнь архивланған.
  2. Венера Петрова. Социальный бизнес: благородные побуждения, приносящие прибыль. РБК. 2015 йыл 18 май архивланған.
  3. Аврора.Елизавета Бебех, Владимир Кривко. Понять с полуслова: в необычной парикмахерской просьбы клиентов читают по губам. РИА Новости (27 сентябрь 2013).
  4. Члены совета 2014 йыл 7 июль архивланған.
  5. Наталия Зверева. Социальное предпринимательство: новые веяния и пути развития. Бизнес-журнал. Фонд «Наше Будущее». Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 7 июнь архивланған.
  6. Наталия Зверева. Суть дела: Есть другая экосистема. Ведомости (6 апрель 2011). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  7. Наталия Зверева. Законодатель мод. Частный корреспондент (27 март 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
  8. Александр Лабыкин. Бизнес с человечным лицом. Эксперт (8 ноябрь 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.