Эстәлеккә күсергә

Зоопарк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зоопарктар битенән йүнәлтелде)
«Тиргартен Шенбрунн», (Tiergarten Schönbrunn)", 1752 йылда нигеҙләнгән һәм бөгөнгө көнгә тиклем эшләп килгән зоопарк, Вена.

Зоопарк, хайуандар баҡсаһы, хайуандар паркы — хайуандарҙың күп төрҙәрен кешеләр күрерлек һәм күҙәтерлек итеп аҫрай торған урын.[1]

Зоопарктар күңел асыу урыны булыу менән бергә өҫтәмә белем биреү, фәнни тикшеренеүҙәр һәм юҡҡа сығыусы хайуандарҙы һаҡлау урыны ла. Юғалыу хәүефе янаған һирәк осрай торған хайуандар зоопарктарҙа аҫырала. Йәнлектәр үҙҙәрен һәйбәт тойһон өсөн хәҙерге зоопарктарҙа уларға тәбиғи шарттар булдырыла. Был кешеләргә хайуандарҙың тәбиғәт ҡосағында нисек йәшәгәнен күрһәтеү өсөн дә эшләнә.

Донъялағы хайуандарҙың күп төрлөлөгөн йәмғиәткә белдереү өсөн зоопарктарҙы тейешле кимәлдә финансларға кәрәк. Кешеләрҙең ҡырағай тәбиғәт менән берлектә йәшәүенә махсус фондтар булышлыҡ итә. Тәбиғәт ресурстарын һаҡлау менән бер рәттән, тәбиғәтте өйрәнеү һәм тәбиғәт тураһында белем биреү бөгөнгө көн талабы булып тора. Фондтар шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең ҡырағай тәбиғәтен һаҡлау өҫтөндә лә эшләй.

Хәҙерге заман талаптарына яуап бирмәгән һәм бар яҡтан да иҫкергән зоопарктар ҙа күп әле. Унда хайуандар бик насар шарттарҙа аҫырала. Ҡыҫыҡ ситлектәр эсендә йәнлектәргә ҡыйын, шуға ла улар йыш ауырый.

  1. «Zoo».