Эстәлеккә күсергә

Гайслер Зоя Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зоя Павловна Гайслер битенән йүнәлтелде)
Гайслер Зоя Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Иглин районы
Һөнәр төрө рәссам

Гайслер Зоя Павловна (22 ғинуар 1930 йыл) — биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).

Зоя Павловна Гайслер 1930 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Шыланны ауылында тыуған.

1958 йылда М. И. Калинин исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай.

1950 йылдан алып Өфөлә художество-сәнәғәт артелдәрендә эшләй, 1963—1992 йылдарҙа «"Ағиҙел" башҡорт художество промыслалары» производство берекмәһендә эшләй. 

Зоя Павловна Башҡорт АССР-ында беренсе булып республиканың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә өбөрөлө келәм туҡыусылыҡты индерә, стилистика эшләй һәм милли келәм өлгөләрен булдыра.

Рәссамдың эштәре Башҡортостан Республикаһының музейында, «Ағиҙел» (Өфө) дәүләт унитар предприятиеһында, Мәскәүҙә биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәтенең Бөтә Рәсәй музейында һаҡлана.

Н. С. Хрущев (1960) һәм В. И. Ленин (1974) портреттары менән келәмдәр, «Совет Башҡортостаны» (1960), «Ер һылыуҡайы» (1971) келәмдәре, шыма йөнлө келәмдәр: «Башҡортостан йондоҙҙары» (1971), «Ҡояшлы Башҡортостан» (1972), «Еңеүҙең 40 йыллығы» (1985) һ. б

Гайслер Зоя Павловна республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә рәсәй, бөтә союз күргәҙмәләрендә 1960 йылдан алып ҡатнаша, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә 1978 алып йылдан ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977).
  • Мәскәүҙә халыҡ художество кәсептәре изделиеларының Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе дипломанты (1960, 1971, 1978, 1979).