Зәйтүнбағы
Зейтинбагы (тур. Zeytinbağı йәки Триглия греч. Τρίγλια) — Төркиәләге тарихи Вифиния өлкәһенә ингән диңгеҙ буйы ҡалаһы, халҡы 2,5 мең самаһы кеше. Әлеге ваҡытта ҡалала яңы төҙөлөштәр сикләнгән.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зейтинбагы (башҡ. Зәйтүнбағы, йәғни Зәйтүн баҡсаһы) исеме ҡала тирәләй бик күп зәйтүн баҡсалары уратып алған булыуы менән бәйле. Ҡәҙимге грек исеме— Триглия, грекса триглия тип аталған промысла әһәмиәтенә эйә булған балыҡ тоҡомдары менән бәйле. Шулай уҡ урындағы төрөктәр грек ҡалаһы исемен "төрөкләштереп" Тириле тип ҡулланыуҙы дауам итәләр.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Төркиәнең Бурса илендә, Вифинияла, Муданья районынан 12 км көнбайыштараҡ , Пруссанан алыҫ түгел урынлашҡан .
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV быуаттың беренсе сирегендә Вифинияла византия хакимиәте османлы төрөктәр һөжүме аҫтында көсһөҙләнә. 1321 йылда Муданья яулана; 1326 йылда, оҙаҡ ҡамалыштан һуң, Прусса бирелә; шунан Никея (1331) һәм Никомедия (1337) ауа, ләкин һаман да, көнбайыш Вифинияла Пегами һәм Триглияла (Tириле) грек ҡаршылыҡ үҙәге ҡала. Билдәле булыуынса, 1337 йылда Триглия һаман әле урындағы гректар тарафынан идара ителә, һәм бында урындағы грек оҫталары сиркәү төҙөгән[1]. Уларҙаң Османлы контроленә күсеү көнө һәм ысулы билдәле түгел[2]. Ләкин шул уҡ ваҡытта, , мәҫәлән, күрше Пегиның ғосманлыларға 1371 йылда оҙаҡ ҡамалыштан һуң бирелгәне билдәле.
Кесе Азия һәләкәтенән һуң, 1923 йылда, халыҡтарҙы мәжбүри алмаштырыу һөҙөмтәһендә ерле грек халҡы ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була, һәм Грецияла Халкидики ярымутрауында Яңы Триглияға нигеҙ һалалар.
2019 йылда Крещение көнөндә 1922 йылдан алып беренсе тапҡыр һыуҙы изгеләштереү йолаһы үткәрелә[3].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала XIX быуат грек архитектураһы стилендәге биналары, шул иҫәптән хәҙер Таш Мектеп тип аталған православие сәнғәт мәктәбе (йәғни Таш мәктәп), ХХ быуат башындағы балалар йорто һәм башҡалар һаҡланып ҡалған.
Православие ҡорамдары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра (византия ҡорамы Айя Теодори - грекса Αγιοι Θεοδωροι), төрөктәр уны Фатих Джами мәсетенә әүерелдергән.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылда гректар ҡала халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итәләр - 26,710 кеше, төрөк йәмғиәте 8404 кеше була[4] . 1923 йылда гректарҙы мәжбүри депортациялағандан һуң, халыҡ һаны артмай һәм бөгөн яҡынса 2,5 мең кеше йәшәй.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://s-media-cache-ak0.pinimg.com/736x/0f/8d/5e/0f8d5e267d24ead3a2931c8e081b4e12.jpg
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 25 ғинуар 2017. Архивировано 2 февраль 2017 года. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Ο Οικουμενικός Πατριάρχης τέλεσε τον αγιασμό των υδάτων στην Τρίγλια για πρώτη φορά μετά το 1922
- ↑ George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вифиния// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Византия// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вифиния// Большая советская энциклопедия
- Викимилектә Зейтинбагы темаһы буйынса медиафайлдар бар.