Вифиния

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вифиния
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 322 һәм б. э. т. 297
Дәүләт Боронғо Рим
Flag of Turkey.svg Төркиә
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кесе Азия
Эра Римская республика[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 74
Commons-logo.svg Вифиния Викимилектә

Рим провинцияһы Вифиния яҡынса 117 йыл

Вифиния (греч. Βιθυνία, лат. Bithynia) — тарихи өлкә, боронғо дәүләт һәм рим провинцияһы, Анатолияның (Кесе Азияның) төньяҡ-көнбайышында Босфор боғаҙы һәм Сангариус йылғаһы араһында урынлашҡан булған. Вифинияның ҙур ҡалалары булып Никомедия һәм Никея һаналған[1] .

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдең атамаһы вифиндарҙың фракия ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан. Аппиан һөйләүенсә, был урын борон Бебрикия тип аталған[2]. Бебриктарҙан башҡа урындағы ҡәүемдәр араһында кавкондар ҙа телгә алына.

Сәйәси яҡтан урындағы ҡәбиләләр б. э. т. VII - VI быуаттарҙа башта Лидий батшалығына буйһонғандар . Артабан б. э. т. VI - IV быуаттарҙа - фарсыларға , мәгәр һәр ваҡытта ла Вифинияла урындағы үҙ династияһы булған. Б. э. т. 435 йылда геракл тарихсыһы Мемнон һүҙҙәре буйынса, б. э. т. Азияла Афина колонияһы Астак ойошҡан булған; Вифинияла Дидалс батша идара иткән . Уның артынан Ботир, шунан Бас батша була. Ул Искәндәр Зөлҡәрнәй генералдары менән уңышлы һуғыштар алып барып, үҙ дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғон яҡлап ҡала ала.

Боронғо Кесе Азия тарихи өлкәләре классик осор. Вифиния төньяҡ-көнбайышының иң сигендә ярымутрауының көнсығыш ярындағы Мәрмәр диңгеҙе.

Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бастың улы һәм вариҫы, Зипойт I б. э. т. (ул Македонияла еңгәндән һуң) батша титулы ала. Зипойттың дүрт улы ҡала. Хакимлыҡты оло улы Никомед I мираҫ итеп ала, Менон һүҙҙәре буйынса, ул "ҡустылары өсөн ағай түгел, ә ҡатил" булып сыға. Икенсе улы, Зипойт Вифин ул ваҡытта Фин Фракияһында идара иткән, б.э. т. 279 йылда Никомедҡа ҡаршы фетнә күтәргән. Улдар араһында ҡаты көрәш башлана. Никомед Македониянан ҡырағай галаттарҙы ярҙамға саҡыра. Улар еңеү яулай алалар, һәм бүләк итеп Никомед галаттарға дәүләтенең бер өлөшөн бирә, улар үҙ батшалығын ойоштора, һуңғараҡ ул Галатия тип таныла).

Никомед I Зипойтты һәм тағы ла бер ҡустыһын үлтерә, шунан һуң ғына тәхеттә нығына. Б.э.т. 264 йылда ул Вифинияның яңы баш ҡалаһына нигеҙ һала — ҡала Никомедия тип атала. Никомедия ғәжәйеп матур биналар менән яҡшы биҙәлгән була, һәм бер аҙҙан Азияның иң ҙур үҙәктәренең береһе булып китә.

Никомед I-нең үлеменән һуң, Вифинияла улдары араһында яңы көрәш тоҡана. Был икенсе граждандар һуғышы беренсеһенә ҡарағанда ла аяныслыраҡ һәм ҡанлыраҡ була. Унан Вифиния дәүләте тағы ла нығыраҡ зәғифләнеп һәм ҡаҡшап килеп сыға.

Византия биләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

395 йылда Рим империяһы ике өлөшкә - көнсығыш һәм көнбайышҡа - тарҡалғандан һуң, Вифиния Көнсығыш Рим империяһына (Византия) инә. Был хакимлыҡ ныҡлы һәм оҙайлы булып сыға.

VII, VIII, һәм XII XIII быуаттарҙа Вифиния славяндарҙың Бәләкәй Азияға күсеүенең төп үҙәктәренең береһенә әүерелә[3] . Вифинияла Опсикия славян хәрби колонияһының мөһөрө һаҡланған (VII быуаттан да һуңыраҡ түгел). Юстиниан II ваҡытында, славян корпустарының ғәрәптәр яғына күсеүе арҡаһында, опсикия славяндары ҡот осҡос юҡ ителеүгә дусар ителәләр[4] .

1330 йылда Вифинияны ғосманлы төрөктәр тулыһынса үҙенә буйһондора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вифиния//Большая советская энциклопедия
  2. Аппиан. Митридатовы войны
  3. Ламанский, Владемир Славяне въ Малой Азіи // О славянах в Малой Азии, в Африкѣ и в Испании — Типография Императорской академии наук, 1859. — Б. 14. — 597 б.
  4. Денисова И. В. Славянский элемент в Малой Азии в VII-VIII вв. // Научные ведомости Белгородского государственного университета. Серия: История. Политология. Экономика. Информатика. — 2011. — В. 1. — Т. 17.