Эстәлеккә күсергә

Зәлифәкәй (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Зәлифәкәй»
Йыр Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы,
Солтанов Абдулла Афзал улы,
Шарипов Харис
Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы,
Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Композитор

халыҡ

Авторы

халыҡ

Зәлифәкәй — башҡорт халыҡ йыры.

Борон-борондан ҡыҙ баланың сибәрлеге, һылыулығы тураһында ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырған халыҡ ижады әҫәрҙәре бихисап. Матурлыҡ ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа данлана, әкиәттәрҙә тасуирлана, риүәйәттәрҙә һүрәтләнә.Тапҡыр телле мәҡәлдәрҙә матурлыҡ бер яҡтан ыңғай күренеш тип баһаланһа («Ҡыҙ баланың сибәр булыуы яҡшы», «Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы», «Һылыу ҡайҙа — күҙ шунда», «Сибәрҙе кем дә һөйөр»), икенселәрендә («Матур кеше бәхетһеҙ була», «Бәхет матурлыҡҡа ҡарамай», «Матурлыҡты табаҡҡа һалып йөрөтмәйҙәр») шуға ҡапма-ҡаршы фекер ярылып ята. Былар барыһы ла тормошта, ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгәнгә күрә, томоштоң үҙе кеүек, ҡатлы-ҡатлы һәм ҡатмарлы. Башҡорт халыҡ йыры «Зәлифәкәй»ҙең дә тарихы һәм йөкмәткеһе ошондай:

Борон Диңгеҙбай ауылында Үҫәргән ырыуының Сураш аймағынан күсеп килгән Әбделкәрим тигән кешенең Зәлифә исемле бик һылыу ҡыҙы була. Уға күҙ һалыусылар ҙа күп була. Әммә уның күңелен Алламорат тигән егет кенә яулай ала. Уларҙың араһындағы һөйөү уты уртаҡ була, ләкин араларына Яҡуп атлы бер егет ҡыҫыла. Ҡыҙҙың күңеле башҡала икәнен белә күрә, ул Зәлифәнең ағаларын мал биреп ризалаштыра. Улары Зәлифәне көсләп Яҡупҡа ҡушалар. Ҡара уйлы Яҡуп, ниәтенә ирешкәс, Зәлифәгә өйләнмәй. Был хәлдән һуң Алламорат та уны алмаҫ була. Ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмағандар, уны йәлләп, йыр сығара:

Зәлифәкәй һылыу һыуға бара,

Һыу һибәйем, тиеп талдарға.

Зәлифәкәй, бахыр, ни хәл итһен,

Үҙ ағаһы һатҡас малдарға.

Зәлифәкәй ҡыҙҙың йөн яулығын

Ябынмаған кеше ҡалманы.

Зәлифәкәй һылыу буйға еткәс,

Һоҡланмаған кеше ҡалманы.

  • Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.
  • Галин С. А. Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.¬- Өфө: 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.