Зәңгәр балсыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зәңгәр балсыҡтың косметологиялағы ҡулланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәңгәр балсыҡ бик күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Уны буй-һынды коррекциялау, сәстәрҙе яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ ул тән тиреһенә йомшаҡлыҡ һәм матурлыҡ бирә.

Зәңгәр балсыҡтың түбәндәге файҙаһын һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә кәрәк:

  • арыуҙың һәм йоҡо туймауҙың билдәләрен юҡ итә;
  • йыйырсыҡтарҙы тигеҙләй;
  • икенсе эйәк барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай;
  • бит тиреһенә һытҡылар, ҡара нөктәләр сығыуға ҡамасаулай;
  • һипкелде, пигмент тимгелдәрен бөтөрә;
  • биттең төҫөн яҡшырта.