Эстәлеккә күсергә

Иваново дәүләт энергетика университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иваново дәүләт энергетика университеты
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Иваново
Урын Иваново
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт ispu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Ивановского энергетического университета[d]
Карта
 Иваново дәүләт энергетика университеты Викимилектә

В. И. Ленин исемендәге Иваново дәүләт энергетика университеты (тулы исеме — юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «В. И. Ленин исемендәге Иваново дәүләт энергетика университеты») — Иваново ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, 1930 йылдың 24 июнендә Иваново-Вознесенск политехник институтының инженер-механика факультеты базаһында нигеҙ һалынған. 1992 йылға тиклем ул «В. И. Ленин исемендәге Иваново энергетика институты» тип атала. «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.

Иваново дәүләт энергетика университетына 1930 йылда Иваново-Вознесенск политехник институтының инженер-механика факультеты базаһында нигеҙ һалына һәм 1992 йылға тиклем Иваново энергетика институты тип атала. П. И. Плеханов институттың ректоры була.

Иваново-Вознесенск политехник институты 1918 йылда Иваново ҡалаһына эвакуацияланған Рига политехник институты базаһында төҙөлә.

1931 йылда Я. Ф. Кедров институттың ректоры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта беренсе Эшселәр ҡасабаһында «А» корпусы төҙөлә башлай. 1932 йылда институт СССР ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты ҡарамағына күсә. 1933 йылда электротехника һәм теплотехника факультеттары асыла, Ф. Е. Охотников ректоры итеп тәғәйенләнә.

1934 йылда институттың киске бүлеге ябыла, ә 1935 йылда дөйөм техник факультет асыла. Институт ректоры итеп П. С. Бородыня тәғәйенләнә. 1936 йылда институт уҡытыусылары штаты ике тапҡырға арттырыла һәм студенттар һаны өстән бер өлөшкә арта.

1937 йылда институтты Н. Л. Спектор етәкләй, институт оборона сәнәғәте халыҡ комиссариаты ҡарамағына күсә. Институттың структураһы үҙгәртелә — дөйөм техник факультеты ябыла, теплотехник һөнәре бөтөрөлә, аспирантура тергеҙелә һәм яңы һөнәр индерелә — «Сәнәғәт предприятиеларын электр менән тәьмин итеү», уҡыу биш йыл һәм ике ай дауам итә.

1938 йылда институтты А. Н. Зверев етәкләй, ошо уҡ йылда Иваново энергетика институты үҙенең егерме йыллығын билдәләй, ошоноң менән бәйле уға В. И. Ленин исеме бирелә.

1939 йылдың ғинуарында институт караптар төҙөү сәнәғәте халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырыла, ә шул уҡ йылдың йәйендә — электр станциялары һәм электр сәнәғәте халыҡ комиссариаты ҡарамағында була. 1939 йылда К. Филоненко беренсе докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1941 йылда институттың ректоры итеп И. Ф. Исаева тәғәйенләнә, шул уҡ йылда студенттарҙың 350 кешегә иҫәпләнгән 1-се дөйөм ятағын төҙөү тамамлана, яңынан студенттарҙы «йылылыҡ энергетикаһы» һөнәре буйынса әҙерләү башлана. 330 уҡытыусы һәм студенттар һуғыш башында фронтҡа китә, уҡыу корпусының яртыһында һәм студенттар ятағында госпиталь урынлаштырыла, дәрестәр ике сменала ойошторола, ә уҡыу срогы өс йыл һәм дүрт айға тиклем кәмей.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң совет атом проекты үҫешеү менән бәйле, Иваново институты төҙөлөүсе АЭС-тар өсөн кадрҙар һәм атом электростанцияһын эксплуатациялау өсөн оператив персонал белгестәре әҙерләү буйынса төп уҡыу йорто булып китә[3].

Иваново энергетика институтына 1992 йылда дәүләт техник университет статусы бирелә.

1993 йылда «Энергетик системаларҙың ышаныслылығы» Рәсәй -немец семинары эш башлай.


1997 йылда «Электротехнические комплексы и системы, включая их управление и регулирование», «Автоматизация технологических процессов и производств», «Системы автоматизированного проектирования» һөнәрҙәре буйынса докторантура асыла.

2000 йылда Иваново машиналар эшләү техникумы базаһында (ИвМт) Иваново дәүләт энергетика университетының машиналар эшләү колледжы ойошторола. 2001 йылда уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү факультеты асыла, университеттың үҫеше белем сифаты менән идара итеү принциптарына ярашлы бара.

2005 йылда Иваново дәүләт энергетика университетына Калинин атом электр станцияһы тарафынан энергоблоктың тулы масштаблы тренажеры бүләк итеп тапшырыла. Ошоноң арҡаһында Иваново дәүләт энергетика университетында атом энергетикаһы өсөн белгестәр әҙерләү структураһы АЭС-тар өсөн оператив персонал әҙерләү талаптарына тап килә, ә уҡытыу программаһы ВИУР, ВИУТ әҙерлек программаларына яраҡлаштырылған һәм АЭС-тың етәксе документтары талаптарына тап килә[3].

2007 йылда университетта контракт буйынса хеҙмәт итеүсе элемтә ғәскәрҙәре офицерҙары әҙерләү өсөн уҡыу- хәрби үҙәк асыла.

2008 йылда университет сифат менән идара итеү Европа фонды (EFQM) эксперттары тарафынан тышҡы аудит һәм сифат менән идара итеү системаһы сертификацияһын уңышлы үтә.

2010 йылда «Сәнәғәт электроникаһы» һәм «Атом электр станциялары» һөнәрҙәре Рәсәйҙә беренсе Европа сифат билдәһе EUR-ACE менән билдәләнә.

2010 йылда Иваново дәүләт энергетика университеты EU4M — ERASMUS Mundus Master in Mechatronic and Micro-Mechatronic Systems консорциумы ағзаһы була.

Иваново дәүләт энергетика университеты 2011 йылда илдең атом сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләүсе Рәсәйҙең 12 алдынғы вуздары менән бер рәттән, «Росатом» дәүдәт корпорацияһының терәк вуздары консорциумына инә.

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы Иваново дәүләт энергетика университетын Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, уға «Е» рейтинг класы бирелә[4].

Кафедралары һәм факультеттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ТЭФ — Йылылыҡ энергетика факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1948 йылда булдырыла.

  • Технология процестарын автоматлаштырыу кафедраһы
  • Энергетикала химия һәм химик технология кафедраһы
  • Йылылыҡ электр станциялары кафедраһы
  • Газ һәм пар турбиналар кафедраһы
  • Теплотехниканың теорети нигеҙҙәрек кафедраһы
  • Сәнәғәт йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы
  • Энергетикала тренажерҙар уҡытыу-ғилми үҙәге (УНЦТ)

ЭМФ — Электромеханика факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1956 йылда булдырыла.

  • Электроника һәм микропроцессорлы системалар кафедраһы
  • Машиналар эшләү технологияһы кафедраһы
  • Сәнәғәт ҡулайламаларын автоматлаштырыу һәм электр күсереү кафедраһы
  • Электромеханика кафедраһы
  • Теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы
  • Ғәмәли математика кафедраһы

ЭЭФ — Электроэнергетика факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1956 йылда булдырыла.

  • Электр станциялары, бәләкәй станциялар һәм электр ҡорамалдарын диагностикалау кафедраһы
  • Электроэнергетика системалары менән автоматик идара итеү кафедраһы
  • Электротехнология һәм электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы
  • Юғары вольтлы электр энергетикаһы, электротехника һәм электрофизика кафедраһы

ИВТФ — информатика һәм хисаплау техникаһы факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1991 йылда булдырыла.

  • Идара итеү системаһы кафедраһы
  • Компьютер системаларын программа менән тәьмин итеү кафедраһы
  • Информацион технологиялар кафедраһы
  • Юғары математика кафедраһы
  • Юғары етештереүсәнле иҫәпләү системалары кафедраһы
  • Инглиз телен интенсив өйрәнеү кафедраһы
  • Конструкторлау һәм графика кафедраһы

ИФФ — Инженер-физика факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1991 йылда булдырыла.

  • Атом электр станцияһы кафедраһы
  • Йылылыҡ технологиялары һәм газ менән тәьмин итеү энергетикаһы кафедраһы
  • Физика кафедраһы
  • Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге кафедраһы
  • Француз теле кафедраһы

ФЭУ — иҡтисад һәм идара итеү факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1991 йылда булдырыла.

  • Дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы
  • Предприятиелар экономикаһы һәм ойоштороу кафедраһы
  • Менеджмент һәм маркетинг кафедраһы
  • Йәмәғәтселек менән бәйләнеш, политология, психология һәм хоҡуҡ кафедраһы
  • Социология кафедраһы
  • Ватан мәҙәниәте һәм тарихы кафедраһы
  • Философия кафедраһы
  • Сит ил телдәре кафедраһы
  • Физик тәрбиә кафедраһы
  • Иҡтисад һәм финанс үҙәге.
  • «Энергетикала менеджмент» уҡыу үҙәге

Шулай уҡ университетта хәрби кафедра һәм хәрби уҡыу үҙәге бар.

Билдәле булған уҡытыусылары һәм тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. 3,0 3,1 Подготовка кадров для АЭС в Ивановском государственном энергетическом университете. Атомная энергия 2.0 (26 июнь 2012). Дата обращения: 18 декабрь 2019.
  4. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.