Эстәлеккә күсергә

Распопов Игорь Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Игорь Павлович Распопов битенән йүнәлтелде)
Распопов Игорь Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) или 1925[1]
Тыуған урыны Россошь, Россошанский уезд[d], Воронеж губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 март 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) или 1982[1]
Вафат булған урыны Воронеж, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лингвист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Воронеж дәүләт университеты
Уҡыу йорто Һамар дәүләт социаль педагогия университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Распопов Игорь Павлович (28 ғинуар 1925 йыл — 24 март 1982 йыл) — ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1964), профессор(1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975).

Игорь Павлович Распопов 1925 йылдың 28 ғинуарында хәҙерге Воронеж өлкәһенең Россошь ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]

1950 йылда Куйбышев педагогия институтын тамамлай һәм шул уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһына уҡырға инә. 1952 йылда Благовещен ҡалаһына күсеп китә, унда доцент булып эшләй, һуңынан Благовещен дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһын етәкләй. 1953 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (ғилми етәксеһе — профессор А. Н. Гвоздев).

1958 йылдан алып 1968 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетында филология факультетының тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы мөдире була[3]. 1966 йылда СССР Фәндәр академияһының Рус теле институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1982 йылдан — Воронеж дәүләт университеты филология факультетының рус теле кафедраһы мөдире[4].

1982 йылдың 24 мартта Воронежда вафат була.

  • 1983 йылдан башлап Воронеж дәүләт университетында йыл һайын Распопов уҡыуҙары үтә[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. П. Распопов — рус һәм дөйөм синтаксис өлкәһендә, методология һәм лингвистик тикшеренеүҙәр методикаһы буйынса белгес[6] . 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы. И. П. Распопов исеме менән ватан лингвистикаһында ике төрлө аспекттағы һөйләм төҙөлөшөндә эҙмә-эҙлекле сикләүҙәр бәйле: коммуникатив һәм конструктив. Һөйләм конструктив берәмек булараҡ уның компонентарын тәшкил иткән бәйләнеше күҙлегенән билдәләнә. Коммуникатив аспектта ошо уҡ һөйләм уға ярашлы һәм формаль «хәбәр итеүсәнле» мәғәнә менән коммуникация берәмеге кеүек характерлана". Һөйләмдең йөкмәткеле структураһының ике аспектлылығы тураһында И. П. Распоповтың фекере һөйләмдең күпселек заманса баҫҡыслы концепциялары өсөн етди нигеҙ була. .

Иң әһәмиәтле баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Актуальное членение предложения : На материале простого повествования преимущественно в монологической речи / И. П. Распопов .— Уфа : Изд-во Башк. ун-та, 1961. — 163 с.
  • Очерки по теории синтаксиса / И. П. Распопов .— Воронеж : Изд-во Воронеж ун-та, 1973. — 220 с.
  • Методология и методика лингвистических исследований : Методы синхронного изучения языка : Пособие по спецкурсу / И. П. Распопов .— Воронеж : Изд-во Воронеж. ун-та, 1976. — 111 с.
  • Спорные вопросы синтаксиса / И. П. Распопов; отв. ред. Н. П. Колесников .— Ростов н/Д : Изд-во Рост. ун-та, 1981. — 125 с.
  • Основы русской грамматики : Морфология и синтаксис. — Воронеж : Издательство Воронеж. ун-та, 1984. — 350 с. В соавт. с А. М. Ломовым.
  • Лекции по фонологии и лексикологии : Учебное пособие .— Воронеж : Изд-во ВГУ, 1986. — 119 с.
  • Избранные работы по лингвистике / И. П. Распопов ; Воронеж. гос. ун-т. — Воронеж : Воронеж. гос. ун-т, 2005. — 187 с
  • Очерки по теории синтаксиса / И. П. Распопов; предисл. А. М. Ломова. — Изд. 2-е, доп. — М. : ЛИБРОКОМ, 2009. — 218 с. — (Из лингвистического наследия И. П. Распопова).
  • Игорь Павлович Распопов: указатель литературы / Воронеж. обл. б-ка им. И. С. Никитина; Зональная науч. б-ка ВГУ.- Воронеж, 1984. — 23 с.
  • Ломов А. М., Силкина З. А. И. П. Распопов: четырнадцать воронежских лет // Вестник Воронежского государственного университета. Серия 1. Гуманитарные науки. — 1998. — № 1. — С. 74-79.
  • Игорь Павлович Распопов // Попов С. А. Филологический факультет ВГУ: прошлое, настоящее, будущее. — Воронеж, 2001. — С. 236—237.