Эстәлеккә күсергә

Идельсон дарыуханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Идельсон дарыуханаһы
ИлРәсәй
ҠалаТаганрог, Ҡыҙыл тыҡырығы, 23
НигеҙләүсеР. Б. Идельсон
Нигеҙләнгән1884 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы
Бөгөнгө хәлеҡәнәғәтләнерлек

Идельсон дарыуханаһы — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында, Ҡыҙыл тыҡырығы, 23 адресы буйынса урынлашҡан иҫтәлекле урын. Хәҙер 53-сө дарыухана тип атала[1]. Ростов өлкә Халыҡ депутаттарының (Кесе совет) 1992 йылдың 18 ноябрендәге ҡарар нигеҙендә Идельсон дарыуханаһы йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныла[2].

Башта Р. Б. Идельсон даруханаһы өсөн хәҙерге Чехов урамындағы бинаны ҡуртымға ала. Артабан шәхси эшен үҫтереү маҡсатында ике ҡатлы йорт һатып ала, уның беренсе ҡатында 1884 йылда шул уҡ дарыухана урынлаша. Ваҡыт үтеү менән Идельсондың дарыуханаһы ҡалала иң яҡшыһы тип һанала. Беҙҙең көндәргә тиклем дарыухана этикеткаһы һүрәте лә һаҡланып ҡалған[3].

1920 йылдың 20 июнендә дарыухана дәүләт милке тип иғлан ителә. Бинала 9 кеше эшләй башлай, баш провизор вазифаһына И. Б. Нанкин тәғәйенләнә. Учреждение 53-сө дарыухана тип атала башлай һәм эшен артабан дауам итә. 1980 йылдар һуңында «Фармация» дәүләт етештереү предприятиеһы составына инә.

Бина рус стилендәге эклектика йүнәлешендә ("псевдорусский") башҡарыла. XIX быуатта Мәскәү архитектураһы өсөн хас булған был алым Таганрогта бик үҫеш алмай. Күрәһең, был классицизм традицияларының йоғонтоһо һәм Таганрог ерендә саф рус ғөрөф-ғәҙәттәре булмауына бәйлелер[4]. Фасадты биҙәү өсөн ҡулланылған элементтар: барельефтар, тәҙрәләр, нескә колонкалар симметрияһыҙ урынлаштырыла. Йорттоң тышҡы йөҙө готика стиленә оҡшатыла.