Ижевск быуаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ижевск быуаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ижевск һәм Удмурт Республикаһы
Күлгә ҡойоусы йылғалар Подборенка[d], Пазелинка[d] һәм Иж (Кама ҡушылдығы)
Күлдән аҡҡан йылғалар Иж (Кама ҡушылдығы)
Вид в ночное время
Панорамный вид
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Карта
 Ижевск быуаһы Викимилектә

Ижевск быуаһы[1][2] (Ижевск һыуһаҡлағысы) — 1760 йылда Удмуртияның баш ҡалаһы Ижевск биләмәһендә булдырылған яһалма һыу ятҡылығы.

Быуа яһалған Иж йылғаһынан тыш, уға Малиновка, Пазелинка, Подборенка, Шабердейка йылғалары һәм Пионерский шишмәһе һыуын ҡоя

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1764 йылдағы ҡорал заводы схемаһында быуа
Ижевск быуаһы, плотина, ҡорал эшләү заводы һәм ҡорос эшләү заводтары, Ижевск заводы ( Ижевскийҙың тарихи исеме) күренә. 20 быуат башындағы открытка.
Завод быуаһы, яҡынса 1900 йылдар.

Быуа 1760 йылдың 10 апрелендә Иж йылғаһында Ижев тимер заводы двигателдәренең (хәҙер Ижсталь һәм Концерн Калашников заводтары) эшен тәьмин итеү өсөн быуып эшләнә

Ижевск заводына ҡараған тирә-яҡ ауылдарҙан бер нисә йөҙ суҡындырылған крепостной крәҫтиәндәр алдан билдәләнгән линиялар буйынса һәм балсыҡ тәрәнлеге һәм киңлеге сажин (2,16 м) булған 4 траншея ҡаҙа.

Плотинаның каркасы ҡарағай һәм имән бүрәнәнән эшләнгән. Уларҙы тимер таҫмалар, болттар һәм ҡулсалар менән нығыталар.Бушлыҡтарын балсыҡ менән тултырғандар.

Тәүге плотина балсыҡ нигеҙ өҫтөнә өйөлгән тупраҡ өйөмдәренән ғибәрәт була. Бының өсөн өс йәй эсендә крәҫтиәндәр 13.159 кубометр, йәғни 60 мең тоннанан кәм булмаған балсыҡ ташый.

Яр буйҙарындағы нығытмалар шпунтлы терәү бағаналарын буй бүрәнәләр менән бәйләп төҙөлә.

Плотинала завод цехтарының тәгәрмәстәренә һыу бирә торған төп тишем, лесопилкаға һыу бирелә торған бәләкәй уйым, шулай уҡ яҙғы һыуҙы сығарыу өсөн тишемдәр уйылған. 1763 йылда һыуһаҡлағыс тулыһынса быуып ҡуйыла.

1773 йылда Ижевск заводына килгәнендә академик Паллас плотинаға бик юғары баһа бирә. 1774 йылдың 27-28 июнендә пугачёвсылар заводты баҫып ала һәм плотинаны, шулай уҡ эргәләге фабрикаларҙы һәм тирмәндәрҙе яндыра. Аҙаҡ быуаны тергеҙеүгә 5 йыл кәрәк була.

Быуа Иж буйлап ағыҙып килтергән ағастарҙы күсереү өсөн ҡулланылған. Һалдар Вологда районында әҙерләгән, шунан заводҡа ағыҙып килтерелгән.

1807 йылда ҡорал заводы төҙөлә башлағас, ҙурыраҡ, һыуы күберәк быуа булдырыу ихтыяжы тыуа. Плотинаның оҙонлоғо 303 сажинға (646,6 м) һәм киңлеге 14 сажинға (30 м) тиклем һуҙыла.

Быуа яғынан бөтөн плотина буйына терәү бағаналары ултыртып сығалар. Унан буй бүрәнәләр менән бәйләп нығытып ҡуялар.

1834 йылда плотинаның өҫкө ҡатламы нығытылған. Һуңынан плотинаның һырты өҫтөнән һыу аҡма өсөн торбалар ҡуйылған таш шоссе һәм йәйәүлеләр өсөн таш тротуарҙар төҙөлгән. Быуа яры буйлап урамдар һалына. Ҡалала ҡыҙыу рәүештә төҙөлөш эштәре башлана. Ҡала урамдарын артабан планлаштырыу быуаның торошона бәйле башҡарыла.

1875 йылда заводы идарасыһы П. А. Бильдерлинг быуаның икенсе плотинаһын төҙөргә тәҡдим итә. Йыл һайын ҡыш аҙағында һыу етешмәй башлағанда ундағы йыйылған һыу менән быуаны тулыландырып торһон өсөн. Төҙөлөштең хужалыҡҡа зыянының юҡлығын күрһәткән иҫәпләүҙәр үткәрелгән. Иж йылғаһы буйлап ағым үренә 25 саҡрым арауыҡта тораҡ урындары һәм урмандар булмаған. Ә бары һаҙлыҡтар урындар ғына ятҡан.Әммә төҙөлөш башланмаған.

1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланыу менән ҡоралдар заводының әһәмиәтен арта, шуға быуаны һаҡлау көсәйтелә.

1917 йылда 18 сәғәттән таңғы 6-ға тиклем плотина буйынса теләһә ниндәй хәрәкәт тыйыла.

1919 йылдың 16 июнендә завод башняһынан ике башлы сәмреғошты быуаға ташлайҙар. Ҡайһы бер фараздарҙың береһе буйынса ул бөгөнгө көнгәсә ҡбыуа төбөндә ята.

Совет йылдарында урындағы халыҡты йәлеп итеп быуала ҡусҡарҙарҙың ҡабырсаҡтарын йыйып төймәләр етештерелгән.

1933 йылдың 12 июнендә быуала "Динамо" һыу станцияһы , аҙаҡ икенсе станция —«Зенит» асыла.Улар 20 йыл дауамында эшләй. Станцияларҙың бассейндары, вышкалары була. 1950 йылдарҙа ағастан төҙөлгән ике станция ла емерелә, янғындарҙан зыян күрә.

1950 йылдарҙың уртаһына тиклем быуа биләмәһендә балыҡ заводының ҙур булмаған флотилияһы эшләгән. Балыҡсылар табышты электромеханика заводы корпустары эргәһендә урынлашҡан ларекка тапшырып торған.

1972 йылдан алып ваҡыт-ваҡыт төҙөлөш ихтыяждары өсөн быуа төбөнән ҡом сығарыла .

Судносылыҡ тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижев быуаһында навигацияның башланыуы 1892 йылға ҡарай.

Документ буйынса, 1902 йылдан Ижевск ҡоралдар заводын Воткин заводы етештергән ике пассажир һәм йөк пароходы хеҙмәтләндерелгән: буксирлы йөк-пассажир пароходы "Иж" һәм йөк- пассажир пароходы "Шнерапль". Ижевск заводтарында кәмендә тағын ике пароход - "Ижевск" һәм "Мария" буксир баркастары төҙөлгән.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу объекты 1971 йылдың 7 октябрендә раҫланған Иж йылғаһында Ыл һыуһаҡлағысының һыу ресурстарын файҙаланыу ҡағиҙәләренә ярашлы файҙаланыла.

Иж йылғаһы бассейнының майҙаны - 1640 км²

быуа көҙгөһөнөң майҙаны - 24 км²;

максималь киңлеге - 2,5 км;

уртаса тәрәнлеге - 3,5 млн м³ ;

тулы күләм - 76,3 миллион м³.

Ижевск ҡалаһын һыу менән тәьмин итә. Халыҡты һәм сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн быуанан алынған һыу йылына уртаса 65-70 миллион м³ тәшкил итә.

  • Иң күп ҡулланыусылар — Муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Ижсталь асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 1-се йылылыҡ-электр үҙәге, Удмуртэнерго асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Ижмаш асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
  • Быуаның төп бысраныусылары: 1-се ТЭЦ (шул иҫәптән эҫе "сәнәғәт" быуаһында һыу ебәреп), Удмуртэнерго асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Ижевский мотозаводы.

2003 йылда күк-йәшел ылымыҡтарҙың үҫеүе арҡаһында эсәр һыу һаҫый башлай.

Ижевский быуаһы яҙғы-йәйге осорҙа кесе пассажир судоходлығы өсөн файҙаланыла. Пассажир флотилигы "Москвич" һәм "Мәскәү" тибындағы теплоходтарҙан тора.

2012 йылдың сентябрендә Удмурт дәүләт университетының экологтары үҫемлетәр менән бәйле Ижев быуаһының торошоноң насарайыуы тураһында хәбәр итә

2013 йылда земснаряд ярҙамында быуаның төбөн таҙартҡанда 12 метр тәрәнлектә мамонттың тешен һәм һөйәктәрен таба. Шулай уҡ земснаряд быуатөбөндә ул төҙөлә башлағанға тиклем һалынған иҫке юлды тапҡан.

2013 йыл аҙағына Киров исемендәге парк районында ярҙы нығытыу эштәрен тамамлау планлаштырылған. Әммә 2017 йылда ла был эштәр тамамланмаған.

Ижск быуаһы "Рәсәй Федерацияһының Эске һыу юлдары - 2002 йыл исемлеге" нә инә.

2017 йылдың майында быуа өҫтөндә йөҙөп йөрөүсе үҫемлектәрҙән массив келәм (сплавина) хасил була. Плотинаның эшләүенә кире йоғонто яһамаһын өсөн был келәмде һайлыҡҡа этеп сығарып, нығытып ҡуялар.

Экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быуаны бысратыусылар:

-"ИЭМЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте (2006 йылда сығарылған),

-"Ижводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы (бөтөрөлгән),

- ТЭЦ-1,

-"Аксион-Холдинг" Ижевский мотозаводы "асыҡ акционерҙар йәмғиәте (сығарыу 2013 йылда бөтөрөлгән),

-һауыҡтырыу һәм спорт комплекстары, --психоневрология интернаты.

Ижевск быуаһына килгән һыу ағымының күләме : 2005 йылда - 5981 мең м³; 2017 - 2 429,8 мең м³.

Быуаға йыуынты һыуҙар менән бысратыусы матдәләрҙе сығарыу: 2005 йылда - 6 027,9 тонна; 2017 йылда - 3 512,5 тонна.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лист карты O-39-119 Устинов. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1987 г.
  2. Гл. ред. В. В. Туганаев. Удмуртская Республика: энциклопедия. — 2-е изд., испр. и доп.. — Ижевск: Удмуртия, 2008. — С. 26. — 767 с. — ISBN 978-5-7659-0486-2.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]