Изге Апостол Андрей Первозванный сиркәүе (Арзамас)
Изге Апостол Андрей Первозванный сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1793 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Андрей Первозванный[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Арзамас |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Нижегородская область/Арзамас[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | ул. Владимирского, 28 |
Рәсми сайт | arzblag-ap.cerkov.ru |
Изге ҡурсалаусы | Андрей Первозванный[d] |
Изге Апостол Андрей Первозванный сиркәүе (Арзамас) Викимилектә |
Изге Апостол Андрей Первозванный сиркәүе Урыҫ православие ссиркәүенең Новгород епархияһындағы Арзамас ҡалаһы сиркәүе / Арзамаста Владимир урамында урынлашҡан. Уның эргәһендә Илия Пәйғәмбәр сиркәүе урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1793 йылда Арзамас ҡалаһында ҙур булмаған сиркәү төҙөгәндәр, ул Андрей Первозванный хөрмәтенә изгеләндерелә. Сиркәүҙең ике ҡанаты бар: беренсеһе изге Анна һәм изге Симеон хөрмәтенә һәм икенсеһе Андрей Первозванный хөрмәтенә эшләнгән. 1870 йылда сауҙагәр Рукавишников ярҙамы менән ҡорамға таш төкәтмә өҫтәлә, һөҙөмтәлә сиркәү күпкә һыйҙырышлыраҡҡа әйләнә. Егерменсе быуат башында сиркәү ремонтлана һәм уға яңы ҡойма төҙөлә. Бик ғәҙәти булмаған сиркәү миһрабы — ике апсидлы, был сиркәүҙе башҡаларҙан күпкә айырып тора. Быны 20-се быуат уртаһында сиркәүҙе тикшергән архитектор-реставраторҙар раҫлай. Ҡорам эстән бик матур биҙәлгән.
1934 йылда Андреевский сиркәүе ябыла. Башта ғибәҙәтханала пионерҙар клубы, ә һуңғараҡ автомобиль клубы урынлаша.
2004 йылда Андрей Первозванный сиркәүен Урыҫ Православие сиркәүенә тапшыралар. Унда ремонт һәм тергеҙеү эштәре башлана. Был эштәрҙән һуң сиркәү үҙенең баштағы күркәмлегенә кире ҡайта. 2005 йылда ҡорам изгеләндерелә.
Хәҙерге ваҡытта ғибәҙәтхана ишектәре дин тотоусы мәхәллә кешеләре өсөн асыҡ, унда һәр көн һайын ғибәҙәт ҡылыуҙар үтә.