Изге Богородица Катогике сиркәүе (Ереван)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Богородица Катогике сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1264
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Мәрйәм Инә[d]
Дәүләт  Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Ереван һәм Кентрон[d]
Епархия Араратская епархия[d]
Архитектура стиле армянская архитектура[d]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Адрес Աբովյան փող. 15
Карта
 Изге Богородица Катогике сиркәүе (Ереван) Викимилектә

Изге Богородица Катогике сиркәүе (әрм.Կաթողիկե եկեղեցի Սուրբ Աստվածածին) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван ҡалаһында ҙур булмаған урта быуат сиркәүе. Кентрон районында Саят-Новы проспекты һәм Абовян урамы киҫешкән урында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пресвятая Богородица базиликаһы, 1936 йылда һүтелә.

Катогике сиркәүенең стеналарында уйып яҙылған иң боронғо яҙмалар 1264 йыл менән билдәләнә[2].

1679 йылдағы ер тетрәүҙән һуң , 1693 йыл менән 1695 йыл араһында сиркәүҙең көнбайыш өлөшөнә Изге Богородица сиркәүенең ҙур базилика төкәтмәһе төҙөлә. Яңы ҡорам традицион әрмән туфынан төҙөлә һәм көмбәҙе булмай. Был өс нефлы базилика әрмән сиркәүе архитектураһы стилендә була. Намаҙ уҡыу залының майҙаны 14,0×19,3 м, тышҡы периметры 16,4×28,4 м тәшкил итә, был Ереванда иң һыйҙырышлы сиркәү була. Сиркәүҙең көньяҡтан да, көнбайыштан да инеү урындары була[2]

1936 йылда торлаҡ биналарға һәм Саят-Нова проспектында лингвистик институтына урын өсөн Изге Богородица базиликаһы һүтелә, Һүтеп алыу ваҡытында ҙур базилика структураһындағы боронғо Катогике сиркәүе асыҡлана. Археологтар яғынан ҡаршылыҡ булыу сәбәпле, сиркәү һаҡланып ҡала. Емерелгән сиркәү стеналарында XV — XVII быуаттарҙағы күп боронғо хачкарҙар (боронғо тәре) табыла[2].

Катогике исемен йөрөткән хәҙерге Изге Богородица сиркәүенең күләме сағыштырмаса ҙур түгел (5,4×7,5 м). Сикләнгән арауыҡ менән бәйле, ул намаҙ уҡыу сифатында ғына файҙаланыла[2].

Изге Анна сиркәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Анна сиркәүенең яңы комплексы, 2014 йыл

Боронғо сиркәүҙән төньяҡҡа ҡарай яңы дини комплекс төҙөлә. Ул үҙ эсенә ҙур Изге Анна сиркәүен, шулай уҡ Католикос резиденцияһын ала[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История Еревана