Изге Вит соборы (Риека)
Изге Вит соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1727 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Святой Вит[d] |
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Риека[d] |
Епархия | Архиепархия Риеки[d] |
Бағышланған | Святой Вит[d] |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Saint Vitus cathedral, Rijeka[d] |
Изге Вит соборы Викимилектә |
Изге Вит соборы — Риека ҡалаһында католик сиркәү. Риека архиепарихияһының кафедраль соборы, архитектура ҡомартҡыһы. Изге Вит хөрмәтенә изгеләндерелгән.
Собор Риека ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Хәҙерге заман сиркәү бинаһы 1638 йылда төҙөлә башлай һәм 100 йыл самаһы дауам итә. Собор храмы өлгөһө өсөн Венецияның данлыҡлы Санта-Мария-делла -Салюте соборы була. Ғибәҙәтхананы төҙөүҙә иезуиттар (архитекторы Джакомо Бриано) ҡатнаша. Быға тиклем был урында Риеканы ҡурсалаусы шулай уҡ изге Витҡа арналған ҙур булмаған роман сиркәүе торған. Яңы сиркәү төҙөлгәндән һуң иҫке сиркәүҙән миһрабтарҙың береһе һәм таш тәре күсерелә (икеһе лә XIII быуатта төҙөлгән). Боронғо таш тәрене диндарҙар мөғжизәле таш тәре кеүек хөрмәтләй
XX быуаттың 20-се йылдарына тиклем иезуиттар ордены сиркәүе була. Риека епархия үҙәге булғандан һуң , 1969 йылдан изге Вит сиркәүе кафедраль собор статусын ала.
Сиркәү ротонда формаһында төҙөлгән, был хорват архитектураһы өсөн ғәҙәти түгел. Интерьерында барокко һәм ренессанс һыҙаттары бар.
Изге Вит соборы 100 купюралы хорват куны реверсында һүрәтләнгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хорватия. Изд. «Вокруг Света», 2006. ISBN 5-98652-047-5. Стр. 135
- Риека соборы тураһында рәсми сайты