Эстәлеккә күсергә

Изге Митрофаний сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Митрофаний сиркәүе
Изге Митрофаний сиркәүе
Митрофаний сиркәүе. 1930-сы йылдар фотоһында
Митрофаний сиркәүе. 1930-сы йылдар фотоһында
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Конфессия православие
Бина тибы биш башлы өс нефлы дүрт бағаналы тәре көмбәҙ варианты системаһы
Архитектура стиле эклектика
Проект авторы А. К. Македонский
Төҙөлөшө 18641866 йылдар
Бөгөнгө хәле емерелгән

1866

Изге Митрофаний сиркәүе —Таганрог ҡалаһындағы православие сиркәүе. Сиркәү 1936 йылда емерелгән.

Таганрог ҡалаһы халҡы күбәйгәнлектән, унда яңы сиркәү кәрәк булған. Быға император Александр I иғтибар иткән һәм ҡаланың Александр майҙаны менән Ғибәҙәтхана тыҡырығы (хәҙерге Ҡыҙыл урамы) киҫешкән урында яңы ғибәҙәтхана төҙөргә тәҡдим иткән. Ҡала халҡы Таганрог ҡала башлығы барон О. Р. Франкоға яңы ғына изге булып һанала башлаған Петр I заманында Таганрог уға ҡараған элекке воронеж епискобы Митрофаний хөрмәтенә Преображение Господня сиркәүен һалырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткән.

Таганрог ҡалаһының күренеше. Почта карточкаһы, XX быуат.

Сиркәү йортон төҙөүгә ҡала башлығы барон Франк[1]үҙ рөхсәтен биргән.

Сиркәү төҙөү өсөн Митрофаний урамы менән Кампенгаузен тыҡырығы (хәҙерге К. Либкнехт- Комсомол тыҡырығы) киҫешкән ерҙә урын биргәндәр. Архитектор А. К. Македонскийҙың проектын ике проект араһынан һайлап алғандар. Проект батша ғәли йәнәптәре тарафынан Царское ауылында юғары раҫланған (20 июнь, 1863 йыл)

Митрофаний сиркәүе. Көнбайыш фасад. Йорт емерелә башлау хәлендә. 1930 -сы йылдарҙағы фото. ТГЛИАМЗ.

Әммә был майҙанда башланған төҙөлөш ҙур йорт һалыу өсөн урын тар булғанлыҡтан туҡтатылған. Йортто һүтеп, яңы урында, Чехов урамы менән Ҡыҙыл тыҡырығы киҫешкән ерҙә) яңы проект буйынса төҙөргә булғандар. Яңы урында нигеҙ ергә һеңә башлағанлыҡтан, миһрап урыны теп-теүәл көнсығышҡа ҡарап тормағанлыҡтан төҙөлөш эштәре тағы ла бер аҙ ваҡытҡа туҡтатылып торған. Бындай килешмәүҙәр килеп сыҡҡанлыҡтан ҡала башлығы М. А. Лавров, сиркәүҙе һүтеп, яңынан ҡорорға тәҡдим иткән.

Александр майҙанындағы Митрофаний сиркәүенең планы. 1867 йыл. РГИА.

1864 йылда буласаҡ Митрофаний сиркәүенең өсөнсө урыны Александр майҙанында (Үҙәк баҙарҙың Һөт павильонында) изгеләштерелгән. Төҙөлөш менән архитекторҙар Фирсов, Трусов, Петров, Ласкиндар етәкселек иткән. 1866 йылда сиркәү төҙөлөп бөткән, 1867 йылда сиркәүҙе благочинный отец Даниил Ручкин изгеләндергән. Яңы йорт византия стилендә төҙөлгән. Планда күрелеүенсә, ғибәҙәтхана биш башлы, өс нефлы, дүрт бағаналы тәре-көмбәҙле система менән көнсығышта өс аспидлы, төньяҡ һәм көньяғында Преображение Господня һәм Ышаныслы Изге кенәз Алексанр Невскийға бағышланған төкәтмә ҡуйылып эшләнгән.

1890-сы йылдарҙа сиркәү киңәйтелгән: уның көнбайыштағы фасадына төрлө декоратив деталдәр менән биҙәлгән төкәтмә беркетелгән. Византийская архитектура XIII — ХІV быуаттарҙағы византия архитектураһы көмбәҙҙәрҙең формаларында, сиркәү барабандарының аркадалар менән тоташыуында һәм «һыҙатлы» руст ҡулланылыуында үҙенең сағылышын тапҡан. Шул уҡ ваҡытта рус стилендәге биш көмбәҙлелек византия мотивтары характеры менән ҡушылып бирелгән. Был һуңғы осорҙағы төрлө стиль мотивтарын бергә ҡушҡан эклектика стиленең барлыҡҡа килә башлауын күрһәтеүсе лә булып торған.

1892 йылда ҡала Думаһы мәхәллә кешеләренең үтенесе буйынса Александр майҙанында Митрофаний сиркәүенең ҡыңғырауҙар манараһын төҙөр өсөн 27 квадрат сажин киңлегендә ер биргән. Төп шарты — был майҙанда бер ниндәй ҙә алыш-биреш эштәре алып барырға рөхсәт ителмәгән. Бер аҙҙан манара төҙөлөп бөткән. Биш башлы Митрофаний сиркәүе үҙенең ҡыңғырауҙар манараһы менән бергә майҙан киңлеген бик матур итеп биҙәп торған һәм мәхәллә кешеләренең яратҡан урынына әйләнгән.

Изге Митрофаний сиркәүенең беренсе старостаһы И. П. Щербаков булған. Ул үҙе үлер алдынан сиркәүгә ике йорт хәйергә биргән. Сиркәүҙең тәүге руханийы- (1875 йылға тиклем) — отец П. Дмитриевский.

1922 йылда сиркәүҙең алтын һәм көмөш әйберҙәре, иконалары, ризалары тартып алынған , 1933 йылда ҡала советы ҡарары менән (бында ҡала театры төҙөргә ҡарар уйлағандар) сиркәүҙе япҡандар һәм уның бинаһында «Һуҡырҙар хеҙмәте» артелен урынлаштырғандар. ә 1935 йылдан башлап, уны 1936 йылда тулыһынса һүткәндәр. Уның урынында «Һөт» баҙар павильоны яһағандар.

Гаврюшкин О. П. Отблески золотых куполов. История таганрогских церквей и захоронений христианского кладбища. — Таганрог: 1999. — 282 с. — ISBN 5-87612-016-2.