Эстәлеккә күсергә

Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе (Каменск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров( сиркәүе
Покров сиркәүе Октябрь революцияһына тиклем
Покров сиркәүе Октябрь революцияһына тиклем
Ил Рәсәй
Станица Каменск-Шахтинский
Конфессия Православие
Бина тибы Ағас,
затем Таш
Архитектура стиле Ампир
Төҙөлөшө ???—1829 йылдар
Дата упразднения 1934 йыл
Бөгөнгө хәле емерелгән

1829

Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе, (Покров сиркәүе) — элекке Дон Ғәсҡәре өлкәһе Каменск станицаһы, хәҙерге Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинский ҡалаһындағы православие сиркәүе[1].

Северский Донец йылғаһының һул яҡ ярында торған Каменск станицаһының беренсе сиркәүе — Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе булған. Хәҙерге ваҡытта бында Иҫке Станица утары[2]. Сиркәү 1740 йылда төҙөлгән , ә 1745 йылда янғын ваҡытында ул юҡҡа сыҡҡан. 1787 йылда уның урынында таштан Покров сиркәүе һәм Николай Чудотворец хөрмәтенә төкәтмә төҙөлгән . 1792 йылдың 18 июлендә сиркәү изгеләндерелгән.

Покров майҙаны һәм сиркәүе

1817 йылда Каменск станицаһы йылғаның икенсе, уң яҡ ярына күскән (хәҙер бында Каменск-Шахтинский ҡалаһы урынлашҡан). Станицаның иҫке тәүге башҡа ҡоролмалары кеүек, яңы урынға күсер алдынан Покров сиркәүе лә һүтелгән , ә төҙөлөш материалдары яңы Изге Покров сиркәүен Вознесение Господня һәм Николай Чудотворец төкәтмәләрен төҙөү өсөн ҡулланылған. 1829 йылда сиркәүҙе изгеләндергәндәр.

Сиркәү хәҙерге 2-се мәктәп районында урынлашҡан булған. 1934 йылда сиркәү һүтелгән. 2003 йылда ҡалала (Щаденко скверында) яңы кирбес сиркәүтөҙөлөп, уға Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) исеме бирелгән.