Ильин урамындағы Спас Преображение сиркәүе
Ильин урамындағы Спас Преображение сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1374 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Преображение Господне[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Бөйөк Новгород |
Епархия | Новгородская епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 1[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Ильина улица, 26а |
Ильин урамындағы Спас Преображение сиркәүе Викимилектә |
Ильин урамындағы Спас Преображения сиркәүе — Бөйөк Новгород ғибәҙәтханаһы, 1374 йылда төҙөлгән һәм унда һаҡланып ҡалған Феофан Грек эшләгән фрескалар менән билдәле. Биҙәктәр 1378 йылда яһалған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новгородтың тәүге йылъяҙмаһында ғибәҙәтхана булдырылыуы тураһында яҙыу бар: «В лето 6882. Поставиша церковь камену святого Спаса, на Илиине улице; и свяща ю архиепископ Новогородскии Алексеи, с игумены и с попы и с крилосом святыа Софиа»[2].
Ҡорам Новгородтың Ильин урамында (Волхов йылғаһы ярының ҡапма-ҡаршы ярында торған Детинецтың сауҙа яғында) Славенский осондағы төп урамда йәшәүсе кешеләр тарафынан төҙөлгән. Уға тиклем бында епископ Никита тарафынан төҙөлгән ағас сиркәү булған. Был сиркәү и конаһы, XI быуатта, 1169 йылда, Новгородты суздаль ғәскәре ҡамауҙа тотҡан саҡта ошо икона сиркәүҙән халыҡҡа сығарып йөрөтөлгәндән һуң, Новгородты мөғжизәле рәүештә дошмандарынан ҡотолдорғанлығы менән билдәле. Новгородтың изге ҡомартҡыһы өсөн 1340 йылда махсус рәүештә сиркәүгә ҡанат өҫтәп төҙөлә, ләкин ҡанат янғында һәләк була. Артабан махсус рәүештә икона өсөн Знамение ҡорамы төҙөлгән һәм 1356 йылдан алып икона унда (хәҙерге Знаменский соборы, 1682—1688 йылда төҙөлгән) һаҡлана. Әлеге ваҡытта мөғжизәле икона София соборында тора[3].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Преображение сиркәүе үҙ ваҡытына хас булғанса төҙөлгән, уға монументаллелек һәм мөһабәт матурлыҡ хас. Ҡорам XIV быуатта Новгородта киң таралған ҡорам архитектураһ төрө, уның планында дүрт бағаналы квадрат тора. Сиркәүҙең бер миһраб апсидаһы бар, сиркәү бер көмбәҙ аҫтында тора. Фасады өс ҡанатлы итеп тамамланған. Әлеге ваҡытта ҡыйығы һигеҙ бүлкә япманан тора, был сиркәү фасадына өсмөйөш формаһын биреп тора. Ҡорам бик бейек, ә ҡыйығының формалары уның юғарыға табан ынтылышын сағылдыра.
Ғибәҙәтхананың тышҡы декоры бик бай булыуы менән айырылып тора. Фасад, ғәҙәттәгесә ҡанаттар менән өс кәртәгә бүленгән. Кәртәләр өҫтө аҫҡа табан һуҙылған ике ҡатлы аркалар менән уратылған, улар «тимрәү» арка, усложняй. Вертикаль бейек тәҙрәләр төркөмдәргә берләшеп тора. Тәҙрәләренең өҫтөндә — ҡашағалар (бровки). Ҡайһы бер урындарҙа тәҙрәләргә уйымдар яһалған. Тәҙрә уйымдары һәм соҡор уйымдар ярым түңәрәк формалы һәм ҡайһы берҙәре уҡ осо һымаҡ ослайып тора. Апсида ике рәт вертикаль аркалар һәм ике рәт бәләкәй аркалар менән тартылған (уларҙың формаһы ярым түңәрәк валиктарға оҡшап тора), был аркалар тәҙрәләрҙе уратып тора. Биҙәү мотивтары сифатында сиркәү барабанын һәм кәртәләрҙең үрге контурҙарын биҙәп торған бегунец һәм поребрик, ҡулланылған. Бынан тыш, сиркәүҙең фасадтарын таштан ҡырып яһалған һәм семәрле таштар менән эшләнгән төрлө тәреләрбиҙәп тора . Түшәлгән тәреләрҙең нигеҙе баҫҡыс формаһында — голгофа тәреләрен хәтерләтә — улар фасад яҫылығында асимметрик ҡуйылған.
-
Лицевой летописный свод: «В том же году в Великом Новгороде построили каменную церковь святого Спаса на Ильине улице»
-
Көнбайыш фасады
-
Көньяҡ-көнсығыш фасады
-
Көнсығыш фасады
Феофан Грек фрескалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Н1Л, 1841
- ↑ Царевская Т. Ю. Церковь Спаса Преображения на Ильине улице. — М.: Северный паломник, 2002. — С. 4.
Сығанағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новгородская первая летопись // ПСРЛ. — СПб.: Тип. Э. Праца, 1841. — Т. 3. — С. 1—114. — 308 с.
- Новгородская третья летопись // ПСРЛ. — СПб.: Тип. Э. Праца, 1841. — Т. 3. — С. 207—279. — 308 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вздорнов Г. И. Фрески Феофана Грека в церкви Спаса Преображения в Новгороде: К 600-летию существования фресок, 1378 - 1978. — М.: Искусство, 1976. — 290 с. — (Памятники древнего искусства). — 25 000 экз.
- Лифшиц Л. И. Монументальная живопись Новгорода XIV—XV вв. — М.: Искусство, 1987. — 528 с.
- Царевская Т. Ю. Роспись церкви Феодора Стратилата на Ручью. — М.: Северный паломник, 2008. — 616 с. — ISBN 978-5-94431-233-4.
- Царевская Т. Ю. Церковь Спаса Преображения на Ильине улице. — М.: Северный паломник, 2002.