Эстәлеккә күсергә

Ильницкий Людвиг Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ильницкий Людвиг Яковлевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Козинцы[d], Липовец районы, Винница өлкәһе
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Новосибирск техник университеты
Уҡыу йорто Национальный университет «Львовская политехника»[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ильницкий Людвиг Яковлевич (укр. Людвіг Якович Ільницький; 21 апрель 1930 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971), Милли авиация университетының атҡаҙанған профессоры (2000).

Авиация радиоэлектроникаһы өлкәһендә белгес. Күп кенә хеҙмәттәр, шул иҫәптән дәреслектәр һәм монографиялар авторы, шулай уҡ СССР-ҙың[1][2] һәм Украинаның[3] бер нисә уйлап табыуға патенттары эйәһе.

1930 йылдың 21 апрелендә Украина ССР-ының Винница өлкәһе Липовец районы Козинцы ауылында тыуған.

1951 йылда Львов политехник институтын (хәҙер Милли «Львовская политехника» университеты) тамамлай. Ошонан һуң радиотехника сәнәғәте Министрлығының Новосибирск ғилми-тикшеренеү институтында инженер вазифаһында эшләй.

Украина ССР-ына күсеп килгәс фәнни-педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1956—1958 йылдарҙа Львов политехник институтының теоретик радиотехника кафедраһында ассистент вазифаһын биләй. 1958 йылда «Методы осицилографического исследования дифференциальных параметров электронных ламп» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Бынан һуң бер йыл дауамында Новосибирск электротехник институтының (хәҙер Новосибирск дәүләт техник университеты) «Радиотехниканың теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы доценты вазифаһын биләй. Йәнә Украинаға әйләнеп ҡайтып, 1959—1961 йылдарҙа УССР Госпланының автоматика институтында эшләй.

1961 йылда Людвиг Яковлевич Киев граждандар һауа флоты институтына эшкә күсә (хәҙер Милли авиация университеты), унда 1962 йылдан башлап антенна-фидер ҡорамалдар кафедраһы менән етәкселек итә, ә 1986 йылдан — радиотехника факультетының электродинамика кафедраһы мөдире, 2000 йылдан — профессоры. 1970 йылда «Применение дробно-рациональных приближений в теории функциональных преобразователей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1971 йылда профессор ғилми дәрәжәһе бирелә. Уның фәнни етәкселегендә 22 кандидатлыҡ һәм 3 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Л. Я. Ильницкий Милли авиация университетының ғилми советы ағзаһы булып тора (1971—2000), һәм шулай уҡ СССР һәм Украинаның Юғары аттестация комиссиияларының махсуслаштырылған ғилми советтары ағзаһы (1971—2000), Украинаның «Антенна» милли ассоциацияһы (1971—2010), СССР юғары белем биреү Министрлығының үҙ-ара электромагнит ярашыу мәсьәләләре буйынса Бөтә Союз ғилми-методик комиссияһының (1972—1991), ғилми хеҙмәттәр йыйынтыҡтары һәм «Совет радиоһы» нәшриәтенең «Радиолюбитель» журналы редколлегиялары ағзаһы.

Украинаның элемтә Академияһы академигы (1993), Украинаның транспорт академияһы академигы (1994), БМО-ның халыҡ-ара информатизация академияһы академигы (1994) итеп һайлана.

1956 йылда өйләнә[4], ҡатыны Ильницкая Маргарита Владимировна (ҡыҙ фамилияһы Типакова, 1929—2007) — педагог һәм пианист[5].

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1970), «Киевтың 1500-йыллығы иҫтәлегенә» (1982) һәм «Хеҙмәт ветераны» (1985) миҙалдары менән бүләкләнгән,
  • Украина ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1979)
  • Украина Юғары Советының Почет грамотаһы (1983).
  • «Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» (1991),
  • «Украинаның мәғариф отличнигы» (1999).
  • «Аэрофлот отличнигы» (1973), «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» (1981) һәм Милли авиация университетының «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» (2005) билдәләренә лайыҡ булған.