Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (Антиб)
Иммакуле-Консепсьон сиркәүе | |
Дәүләт | Франция[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Антиб[1] |
Урынлашҡан урамы | Rue Saint-Esprit[d] |
Епархия | Епархия Ниццы[d] |
Бағышланған | Мәрйәм Инә[d] |
Мираҫ статусы | исторический памятник классифицированный[d][1] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Cathédrale Notre-Dame-de-la-Platea d'Antibes[d] |
Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (Антиб) Викимилектә |
Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (фр. église de l’Immaculée Conception), — Франциялағы Антиб ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе[2]. Ҡаланың боронғо кварталдарының береһендә урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иммакуле- Консепсьон сиркәүе француз ҡалаһы Антиб территорияһында ҡасандыр роман стилендәге, хәҙер емерелеп бөткән ғибәҙәтхана урынында урынлашҡан[4]. Иммакуле-Консепсьон сиркәүе элек Антибтың кафедраль соборы булған[5] һәм шулай 1200 йыл уртаһына тиклем дауам иткән[6]. Сиркәүҙең иҫке өлөшө XII быуат менән билдәләнә, яңы өлөшө XVIII быуатта төҙөлгән[7].
Сиркәүгә Шессель урамы (франц. Rue Chessel) йәнәш тора. Иммакуле-Консепсьон сиркәүенең фасады классик стилдә эшләнгән, ә эске интерьерҙары барокко стилендә башҡарылған[8]. Сиркәүҙең ике яруслы барокко фасады — өсмөйөшлө фронтон менән ҡыҙыл төҫтә. Сиркәүҙең фасадында түңәрәк тәҙрә урынлашҡан, ул ике пар аҡ пилястралар менән уратып алынған[9].
Сиркәү манараһы XII быуатта төҙөлгән һәм ҡарауыл башняһы функцияһын үтәгән[10]. Ул сиркәүҙән айырым тора[5]. Уны төҙөү өсөн таш ҡулланылған[11].
1515 йылда сиркәүҙы алтарь картинаһын Луи Бреа эшләй. Картинаның уң яғында XVI быуатта яһалған Христостың ағас скульптураһы урынлашҡан. Бында уҡ аҡ мәрмәрҙән эшләнгән ике изге һыу бөрккөс урынлашҡан[10].
1710 йылда собор порталын Жак Дол төҙөй[7].
Иммакуле-Консепсьон сиркәүе Антиб ҡалаһының иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе булып тора[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
- Бабкин Игорь Владимирович. ЕВРОПЕЙСКАЯ МОЗАИКА: Историко-архитектурный обзор Европейских стран. — 2011. — 552 с.
- Илья Мельников. Справочник по Сен-Тропе. — Litres, 2017. — 276 с. — ISBN 9785457077140.
- Rick Steves, Steve Smith. Rick Steves Provence & the French Riviera. — Hachette UK, 2018. — 555 с. — ISBN 9781641710282.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 base Mérimée (фр.) — ministère de la Culture, 1978.
- ↑ 1
- ↑ 2
- ↑ 3
- ↑ 5,0 5,1 Бабкин Игорь Владимирович, 2011, с. 439
- ↑ 4
- ↑ 7,0 7,1 Энциклопедия. Антиб .
- ↑ 1
- ↑ 3
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Франция, 2012, с. 574
- ↑ Hachette UK, 2018