Эстәлеккә күсергә

Инә ҡорт һөтө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Инә һөтө битенән йүнәлтелде)
Уң яҡта инә ҡорт яңы ғына һалған йомортҡалар күренә . Һул яҡта ҡурсаҡтары инә һөтөнә ҡойондоролған

Инә ҡорт һөтө — бал ҡорттарының махсус үрсеү өсөн бүлеп сығарылған продукты. Уның менән бал ҡорттары инә ҡортто туйындыра, шулай уҡ ҡурсаҡтарын ашатыу өсөн ҡуллана. Инә һөтө ашатыусы ҡорттарыҙың махсус биҙҙәрендә бүленеп сыға. Ул биҙҙәр Аллотрофик биҙҙәр тип йөрөтөлә. Алтрофик биҙҙәр бал ҡортоноң өҫкө яңаҡ менән йотҡолоҡ биҙҙәре.

Инә һөтөн инә ҡорт көбөләренән йәки махсус эшләнгән яһалма көбөләр ярҙамында йыйалар.

Инә ҡорт һөтө аҡ кеҫәл һымаҡ шыйҡса. Тәме киҫкен әскелт, составы бик ҡатмарлы.

Ентекле составы [1]:

Гермицидин булыу сәбәпле унда микроорганизмдар үрсей алмай.

Инә ҡорт һөтөнөң курсаҡтарҙың үҫешенә ҡарап ашатыу өсөн составы үҙгәреше.
 Вещество, %  Ҡурсаҡтың үҫеү мөҙҙәте
 2 көн   3 көн   4 көн   5 көнй   6 көн   7 көн 
Аҡһым 18,9 10,4 10,1 9,4 9,0 10,6
Майҙар 8,6 4,9 6,0 4,2 4,3 2,6
Шәкәр 11,2 8,3 9,5 11,2 10,2 13,8

Таблицанан күренеүенсә йәш ҡурсаҡтар сифатлыраҡ туйындырыла. Һәм ошоға өарап инә ҡорт, эшсе ҡорт һәм әре ҡорт ҡурсаҡтарының ашатыу составы үҙгәрә. Шулай уҡ ашатыу күстең(ғаиләнең) көсөнә лә ҡарай

Инә ҡорто һөтөндә шулай уҡ силденафилматдәләре лә табылған. Был матдә импотенциянан дауалағанда файҙаланыла. Шуның өсөн дә умартасылар тарафынан борондан кәрҙе арттырыу йәһәтенән файҙалы икәне билдәләнгән.[сығанаҡ 4749  көн күрһәтелмәгән]

Инә ҡорт һөтөн медицинала, косметикала һәм биологик әүҙем ҡушылмаларҙа файҙаланалар.

Инә ҡорт һөтөнөң составы 95%ҡа билдәле, уны икенсе төрлө батшалар кеҫәле тип тә йөрөтәләр. Апитерапияла әлегә өйрәнелмәгән 5% та фәҡәт шул ҡеүәтле формула составы тип тә әйтәләр.

  • «Словарь-справочник пчеловода», сост. Федосов Н. Ф. — М.: Гос. изд. сельскохозяйственной литературы, 1955.