Эстәлеккә күсергә

Истанбул Сапфиры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Истанбул Сапфиры
Нигеҙләү датаһы 2011
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Истанбул
Хужаһы Kiler Holding[d]
Архитектор Tabanlıoğlu Architects[d]
Рәсми асылыу датаһы 4 март 2011
Ҡат һаны 54
Число подземных этажей 10
Лифт һаны 14
Бейеклеге/буйы 261 метр
Рәсми сайт istanbulsapphire.com
Карта
 Истанбул Сапфиры Викимилектә

Истанбул Сапфиры йәки Istanbul Sapphire — үтә бейек бина, 2016 йылға ҡарата Истанбулда һәм Төркиәлә иң бейек бина, ҡала үҙәгендәге Левент эш районында, Büyükdere Avenue урамында урынлашҡан. Istanbul Sapphire 2010 йылда төҙөлөп бөтә, шул заманда бейеклеге буйынса Европалағы дүртенсе урынды биләгән бина була. Беренсе экологик үтә бейек бина. Истанбул Сапфирының ер өҫтөндә 54 ҡаты бар, бейеклеге 238 метр, шпилен дә ҡушып һанағанда — 261 метр. Шпиль биҙәлеш өлөшө булып тора, ә радио антеннаһы түгел. Ҡоролма Tabanlıoğlu Architects тарафынан сауҙа үҙәге һәм күп функциялы проект резиденцияһы итеп төҙөлгән[1].

Бина Босфор күпере менән Солтан Мәхмәт Фәтих күпере аша үткән төп трассалар — Е80 Европа маршруты[2] һәм Otoyol 1[3] тирәһендә урынлашҡан. Бинанан метрополитендың дүртенсе станцияһына тура сығып була, ишеге — өсөнсө цоколь ҡатында. Бина торған Büyükdere Avenue Истанбул үҙәгенең төп урамдары иҫәбенә инә.

Истанбул Сапфирының күҙәтеү майҙансығынан Левент районына асылған күренеш
Истанбул Сапфирының лифт дисплейы

Истанбул Сапфиры Tabanlıoğlu Architects тарафынан юғары технологиялы структура итеп эшләнгән, ул 64 ҡаттан тора (54 ер өҫтө һәм 10 ер аҫты ҡаты), ҙур парковка, «Sapphire Çarşı» сауҙа үҙәге, гольф майҙаны, бассейн, ресторандар урынлашҡан, бинаның 47 ҡаты торлаҡ ителгән, бөтәһе 187 фатир бар[4].

Өс ҡат һайын баҡсалар урынлашҡан махсус ҡаттары бар[5]. Баҡсалар компания хакимиәте етәкселегендә тәрбиәләнеп-ҡаралып тора.

Sapphire — Төркиәләге тәүге экологик бина, махсус ике быяла снаряд аша тыштан тәбиғи һауа инә. Шул сәбәпле һауа торошоноң уңайһыҙлыҡтары һәм тышҡы тауыштар ҡамасауламай. Ҡояш яҡтыһы һәм ультрафиолет нурҙар махсус пәрҙәләр системаһы менән көйләнә. Уларға автоматик рәүештә компьютер аша идара ителә.

2011 йылдың мартында 236 метр бейеклектә күҙәтеү майҙансығы асыла[6].

Проект буйынса төҙөлөш 2006 йылда башлана һәм 2010 йылда тамамлана. 2011 йылдың 4 мартында рәсми асыу тантанаһы була[7].

Проект 11 339 м2 майҙанда төҙөлгән, ҡоролманың дөйөм майҙаны — 157 800 м2, шул иҫәптән 35 000 м2 — сауҙа үҙәгенең майҙаны.

Проектты эшләүҙә һәм төҙөлөштә ҡатнашҡан компаниялар:

  • Kiler GYO (төҙөүсе инвестор)
  • Güney Turizm (Mustafa Tatlıcı, участканың хужаһы)
  • Biskon Yapı (төҙөлөш компанияһы, Kiler GYO бүлендеге)
  • Demsar İnşaat (субподрядсы)
  • Tabanlıoğlu Architects (архитектура-проект фирмаһы)
  • Ruscheweyh Consult GmbH (биналарға ел баҫымын анализлаусы консалтинг фирмаһы)
  1. Emporis GmbH. Sapphire Tower, Istanbul | 285917 | EMPORIS. www.emporis.com. Дата обращения: 12 декабрь 2016.
  2. Путь от Istanbul Sapphire к ближайшему участку E80 на Google Maps. Google Maps.
  3. Путь от Istanbul Sapphire к ближайшему участку трассы Otoyol 1. Google Maps.
  4. Istanbul Sapphire / Tabanlioglu Architects (en-US), ArchDaily (10 июнь 2011). 13 декабрь 2016 тикшерелгән.
  5. Emporis: Istanbul Sapphire
  6. Сапфир Стамбула - İstanbul Sapphire (Бешикташ). stambul4you.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2016. 2018 йыл 15 апрель архивланған.
  7. Emlak Haberleri: «Istanbul Sapphire 4 Mart’ta açılıyor» 2011 йыл 8 март архивланған.