Итек тегеүсе һәм ен-пәрей
Итек тегеүсе һәм ен-пәрей | |
Нигеҙләү датаһы | 1888 |
---|---|
Атамаһы | Сапожник и нечистая сила |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 25 декабрь 1888 (6 ғинуар 1889) |
Баҫылған | Петербургская газета[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Итек тегеүсе һәм ен-пәрей — хикәйә. Антон Павлович Чехов яҙған. 1888 йылда яҙыла һәм шул уҡ йылдың 25 декабрендә «Петербург гәзитенең» 355-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рассказ А. П. Чеховтың «Итек тегеүсе һәм ен-пәрей» хикәйәһе 1888 йылда яҙыла һәм шул уҡ йылдың 25 декабрендә «Петербург гәзитенең» 355-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылма баҫмаһына индерелгән. Хикәйә «Петербург гәзите» редакцияһы заказы буйынса яҙыла.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автор үҙе хикәйә менән ҡәнәғәт булмай. Чехов Суворинға: «Миңә был хикәйә өсөн оят»,-тип яҙа. Яҙыусының дуҫтары һәм тәнҡитселәр был хикәйәгә төрлөсә ҡарашта тора. Лейкин: «Хикәйә Чехов рухында булмайынса, Толстой рухында булһа ла , бик һөйкөмлө генә,»-тип яҙа. Плещеев был «әкиәт» «хупларлыҡ түгел»-ти.
«Русская мысль» тәнҡитсеһе «Хикәйәләр» томына яҙған рецензияһында Чехов ижадында еңел юморҙан тыш «бик оҫта һүрәтләнгән кеше йәшәйешенең трагизмы бар,» тип билдәләп үтә. Ул:«Ҡарағыҙ әле „Итек тегеүсе һәм ен-пәрей" хикәйәһенең аҙағы ниндәй ҡайғылы нота менән тамамлана“»-тип әйтә[1].
Персонаждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Федор Пантелеич Нилов, итексе.
- Шайтан Иваныч, ен-пәрей.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер заман Раштыуа алдынан Федор Пантелеич Нилов заказсының итеген йүнәтә. Эш менән булышҡан саҡта ул заказсыларға күҙе ҡыҙа һәм эскеләп тә ала. Ул байҙарҙың ашарға бер ниндәй аҙығы ла булмаған ярлыға әйләнеүе, ә үҙенең бай кешегә әйләнеп, меҫкен итек тегеүселәрҙән көләсәге тураһында хыялланып ултыра. Шулай хыялға батып ултырғанда Федор заказсыға эшләгән эшенең әҙер булыуын хәтеренә төшөрә.
Федор итектәрҙе ҡыҙыл яулыҡҡа төрә лә урамға сыға. Юл буйына унан барыһы ла мыҫҡыл итеп көлә, ә Федор барыһына ла түҙә һәм төкөрөнә. Заказсы йүнәтелгән итекте бер нимә лә өндәшмәйенсә генә кейеп ҡарай. Уға ярҙам итергә тип, Федор тубыҡлана һәм заказсының аяғындағы иҫке итеген аяғынан һалдыра. Ул ҡурҡышынан һикереп тора һәм артҡа сигенә башлай. Заказсының аяғы урынында ат тояғы була. Федор тиҙ генә йүгереп сығырға итә, ләкин был уның күҙенә беренсе һәм һуңғы тапҡыр күренгән ен-пәрей тигән фекергә килә. Ул ен-пәрейҙең хеҙмәте менән файҙаланып ҡалырға уйлай. Федор : «Кешеләр әйтеүе буйынса, ен-пәрейҙән дә алама нимә донъяла юҡ, ә мин, ғәли йәнәптәре, ен-пәрейҙе иң ғилемле, уҡымышлы йән эйәһе тип һанайым. Ғәфү итегеҙ, шайтандың тояғы һәм ҡойроға артында, әммә башында уның берәй студентҡа ҡарағанда әллә күпмегә аҡылы ҙурыраҡ». Бындай һүҙҙәр заказсыға бик ныҡ оҡшап ҡала һәм ул Федорҙан — һеҙ оҫтаға берәй нимә кәрәк түгелме,-тип һорай. Фёдор унан үҙен бай кешегә әйләндереүен һорай. Ләкин Шайтан Иванович унан был хеҙмәте өсөн Федорҙың йәнен биреүҙе һорай. Федор һатыулаша башлай һәм үҙ һорауы үтәлгәс кенә йәнен бирәсәге тураһында әйтә. Заказсы быға риза була.
Ҡапыл Федор үҙен ҙур өҫтәл артындағы креслола итеп күрә. Лакейҙар уға төрлө ашамлыҡтар килтерә һәм уның алдында түбәнселек менән баш эйә. Федорҙың туҡлыҡлы аштан һуң эсе ҡабарынып китә. Ул хеҙмәтселәр менән командалыҡ итә, ә үҙенә килгән итек тегеүсене өйөнән ҡыуып сығарып ебәрә. Кисен ен-пәрей Федор янына ҙур түшле, ҡыҙыл күлдәк кейгән бай ҡатынды килтерә һәм уны Федорҙың ҡатыны, ти. Федор ҡатын менән бик оҙаҡ үбешә, тик төндә үҙ байлығы өсөн ҡурҡа һәм бик насар йоҡлай. Иртәнсәк ул ғибәҙәтханаға бара, ә унан сыҡҡанда һуҙып йырлап ебәрә. Үтеп барыусылар уға: «Бай, әфәнделәргә урамда йырларға ярамай! Һеҙ бит итек тегеүсе түгел!»-тип киҫәтеү яһай. Хәҙер, бай кешегә әйләнгәс, ул өйөндәге ҡатынын да туҡмай алмай.
Кискеһен уның янына Шайтан Иваныч килеп инә. Ул Федорға үҙенең Федор ҡуйған бөтә шарттарҙы ла теүәл үтәүен әйтә һәм Федорҙың йәнен алырға ваҡыт еткәнде аңлата. Ул Федорҙы туп-тура тамуҡҡа, уттың иң ҡыҙыу еренә һөйрәй, һәм шайтандар төрлө яҡтан уның янына осоп килә лә төрлө яҡтан: «Иҫәр! Йүнһеҙ! Ишәк!» - тип ҡысҡыра.
Ошонан һуң барыһы ла күҙ алдынан юғала. Федор күҙҙәрен асып ебәрә һәм үҙенең йоҡлап ятҡанлығын аңлай. Ныҡлабыраҡ ҡараһа, уның янында заказсы тора һәм уға: «Иҫәр! Йүнһеҙ! Ишәк! Мин һине, алдаҡсыны, аҡылға ултыртам! Ике аҙна элек үк заказ алдың, ә итектәр һаман әҙер түгел!» - тип ҡысҡыра.
Федор тағын теге итектәрҙе йүнәтергә керешә, аҙаҡтан ул сиркәүгә китә. Юл буйына ул, байҙарға ла, ярлыларға ла йәшәү бик ауыр, тип уйланып бара. Уларҙың беренселәре каретала йөрөй алһа, икенселәре — ҡысҡырып йыр йырлап, гармоникала уйнай ала. Ә ғөмүмән, уларҙың барыһын да бары тик ҡәбер генә көтә. «Тормошта ен-пәрейғә йәнеңдең бәләкәй генә өлөшөн дә бирерлек бер нимә лә юҡ тигән» һығымтаға килә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Сапожник и нечистая сила // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Сапожник и нечистая сила 2017 йыл 15 май архивланған.. Оригинальный русский текст
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русская мысль. 1900, кн. 3, стр. 84