Иштван Ференци (скульптор)
Иштван Ференци | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия[2] |
Тыуған көнө | 24 февраль 1792[3][4] или 23 февраль 1792[5] |
Тыуған урыны | Римавска-Собота[d], Банска-Бистрица крайы, Словакия |
Вафат булған көнө | 4 июль 1856[3][6][7][…] (64 йәш) или 6 июль 1856[4] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Римавска-Собота[d], Банска-Бистрица крайы, Словакия |
Бер туғандары | József Ferenczy[d] |
Һөнәр төрө | сәнғәт коллекционеры, рәссәм, скульптор, медальер |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1856[1] |
Ойошма ағзаһы | Венгрия фәндәр академияһы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | István Ferenczy |
Иштван Ференци Викимилектә |
Иштван Ференци (мадьярса István Ferenczy; 24 февраль 1792 йыл — 15 февраль 1912 йыл) ― венгр скульпторы, Венгрия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы..
Ференци Венгрияла скульптура мәктәбе төҙөргә тырышып ҡарай, шулай уҡ ул үҙ алдына венгр милли сәнғәтен булдырыу һәм пропагандалау бурысын ҡуя. Хәҙерге ваҡытта уның эштәренең күпселеге Венгрия милли галереяһында һаҡлана.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ференци Иштван Римасомбатта 1792 йылдың 24 февралендә тыуған.
Йәш сағында Стефан атаһының оҫтаханаһында слесарь була.1815 йылдан Ференцци Венала баҡыр гравюраһын өйрәнә. 1817 йылда Иштван билдәле скульптор Йозеф Клибер оҫтаханаһында белем ала башлай. 1818 йылда йәйәүләп Рим ҡалаһына юллана, унда ул алты йыд дауамында Бертель Торвальдсендан мәрмәр буйынса һырлау оҫталығына өйрәнә. Үҙ иленә ҡайтҡан саҡта иштван Римда һатып алған бәләкәй генә статуэтка алып ҡайта. ХХ быуатта тикшеренеү үткәргәндән һуң был эш Леонардо да Винчи эше булыуы билдәләнә. 1819 йылда Рим ҡалаһына Венгрия палатины килә һәм, венгр скульпторының талантын күреп, уға 400 форинтлыҡ бүләк тапшыра.
Иштван Ференци Пимасомбатҡа 1824 йылда әйләнеп ҡайта һәм үҙ аҡсаһына скульптура оҫтаханаһын ойоштора. . 1832 йылдың 1 сентябрендә Иштван Венгрия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана .
1840 йылда Ференци Пешт ҡалаһында Матьяш I һәйкәлен ижад итергә планлаштыра, әммә был ниәте бойомға ашмай ҡала. 1846 йылда Иштван Ференц Кельчей һәйкәлен ижад итә. Бик талантлы булыуға ҡарамаҫтан, Ференци вафатына тиклем Римасомбатта фәҡирлектә йәшәй.
Иштван Ференци 1856 йылда вафат була, ә 1860 йылдың 31 мартында яҙыусы Андрей Фаи Фәндәр академияһында скульптор хөрмәтенә бик йылы телмәр тота.
Иштвандың васыятына ярашлы, ул Эвридика статуяһы янында ерләнә.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Көтөүсе ҡыҙ (1820)
-
Венера Медицейская бюсты (1822 йылдан һуңғараҡ)
-
Графиня Вичея скульптураһы (1824)
-
Автопортрет (1830)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография
- Simon Meller: Ferenczy Budapest lives in works and Istvan, 1908
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #144026775 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Wurzbach D. C. v. Ferenczy, Stephan (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 4. — S. 183.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ István Ferenczy // Ferenczy, István (ингл.) // Benezit Dictionary of Artists — OUP, 2017. — ISBN 978-0-19-977378-7 — doi:10.1093/BENZ/9780199773787.ARTICLE.B00062967
- ↑ Istvan Ferenczy // RKDartists (нидерл.)