Ишҡыуатова Гөлдәр Йәдкәр ҡыҙы
Ишҡыуатова Гөлдәр Йәдкәр ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 1975 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ишҡыуатова Гөлдәр Йәдкәр ҡыҙы (1975) — йырсы, телережиссер. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — йәш быуынды рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн (2001).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлдәр Ишҡыуатова 1975 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Сибай ҡалаһында тыуған. 1983—1993 йылдарҙа Сибайҙағы 7-се һанлы мәктәптә уҡый, ошо уҡ ваҡытта балалар музыкаль мәктәбендә (1983—1990) хор дирижерлығы бүлегендә һәм дөйөм фортепиано класында шөғөлләнә. 1993—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының театраль факультетында белем ала. 1996 йылда «Башкортостан» Дәүләт унитар предприятиеһы теле-радио компанияһында редактор вазифаһында хеҙмәтен башлай.
2007—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп финанстар һәм кредиттар һөнәре буйынса белем ала.
Конкурстар һәм фестивалдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Урал моңо» Халыҡ-ара төрки йәштәре музыкаль ижады конкурс-фестиваленең I дәрәжә лауреаты (1997)
- «Гәлсәр һандуғасы» статуэткаһына лайыҡ була (2003)
- Иң яҡшы йыл аудиопроекты өсөн «Моң» статуэткаһына лайыҡ була (2004)
- «Йәшлек-шоу» Республика йәштәр музыкаль фестивалендә өс тапҡыр «Йыл йырсыһы» (), шулай уҡ «Йыл клибы» номинацияһында () еңеүгә лайыҡ була.
- «Аҡ сатыр» автор телевизион тапшырыуы «Иң яҡшы йәштәр йыл телетапшырыуы» тип таныла (1999)
- Х халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр телетапшырыуҙар фестивалендә «Тылсымлы йөҙөк» фильмы өсөн «Кесе йәштәге балалар өсөн иң яҡшы тапшырыу» һәм «Балалар жюриһы призы» номинациялары…(2000, Әстерхан)
Ижади эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20-нән ашыу аудио һәм видео альбомдары авторы.
- Балалар өсөн «Тәгәрәй йөҙөк» китап авторы.
- Мультипликацион фильмдарҙы башҡорт теленә тәржемә итә һәм дубляж яһай.
- «Сәңгелдәк», «Сулпылар», «Аҡ сатыр», «Туған моңдар» тапшырыуҙары редакторы. «Дарман», «БАЙ» телепроекттары авторы, редакторы һәм алып барыусыһы[1].
Театрҙағы һәм кинолағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында төп ролде башҡара (1996).
- «Таныш булмаған таныштар» телевизион музыкаль фильмында төп героиня ролен уйнай (1999).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Тылсымлы балдаҡ», «Ҡайҙа ҡыш йәшәй?» балалар телефильмдарына сценарийҙар яҙыу, «Балалар өсөн йырҙар», «Һандуғас йыры», «Йөрәк йырлай», «Нисек йәшәйһең. Йәнем?» аудиоальбомдарын әҙерләү һәм йәш быуынды рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн (2001).
- «Социальное служение. Общественное признание» республика премияһы лауреаты (2013)