Эстәлеккә күсергә

Иҫке Прилука һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Прилука һарайы
Нигеҙләү датаһы 1769
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Старая Прилука[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Карта
 Иҫке Прилука һарайы Викимилектә

Иҫке Прилука һарайы (Меринг һарайы) — Иҫке Прилука ауылындағы (Украина, Винница өлкәһе) Десна йылғаһы ярында XVIII быуат аҙағында[1] Александр Борецкий тарафынан төҙөлгән һарай[2].

Элекке ҡаласыҡ урынында Збаражскийҙарҙың йорто булыуы һәм 1594 йылда Прилука һарайы тирәһендә 4000 казак йорто урынлашыуы билдәле[2].

XVIII быуат аҙағында Александр Борецкий (? −1769) Прилукала һарай төҙөй һәм шулай уҡ бында паркка нигеҙ һала, бәләкәй сиркәү төҙөй. Уның шулай уҡ тоҡомло аттары ла булған. Ҡыҙы Александра — графиня Гонората Борецкая ауылда 1805 йылда — Изге Анна костелын, 1819 йылда Преображенск сиркәүен төҙөй[2]. ХIX быуаттың икенсе яртыһында Чеслав Здыховский һарайҙы яңынан ҡора. ХХ быуат башында уның аҙаҡҡы хужаһы Сергей Меринг һарайға ҙур ғына үҙгәрештәр индерә (шуға күрә был һарайҙы уның исеме менән йөрөтәләр) һәм ул хәҙерге көндә шул рәүештә һаҡлана. Барецкий төҙөгән һарайҙың күренеше билдәһеҙ.

Сергей Меринг — сәнәғәт магнаты, урындағы производстволарҙы үҫтерә:кирбес заводын, шарап эшләү заводы, тирмән һәм башҡаларҙы. Уның атаһы Киевта бик билдәле, хатта күренекле, кеше була — табип Федор Меринг (сығышы буйынса Саксониянан). Байҙарҙы ул ҙур аҡсаға дауалаған, ә ярлыларҙы — йыш ҡына бушлай. Версияларҙың береһе буйынса, Ф. Меринг аҡсаһын мөлкәт туплауға йүнәлткән һәм, шулай итеп, һарай уның улына күскән[2]. Меринг һарайын Киевтағы Мариин һарайы менән сағыштыралар, хатта уның теүәл күсермәһе, тиҙәр. Һәр хәлдә баш ҡала һарайы билдәһеҙ архитектор өсөн илһам сығанағы булғандыр, тип фаразлап була[1].

Һарайҙа иҫке немец һәм испан рәссамдарының картиналары, шулай уҡ Стимлер, Гротгер эштәре һаҡланған була. Здеховскийҙың улы һатыуға ҡуйған картиналар үҙ ваҡытында 100 000 көмөш аҡсаға баһалана. Здеховскийҙың галереяһы картиналарының бер өлөшө Рәсәй хөкүмәте ҡарамағына эләгә. Хәҙерге ваҡытта элекке һарайҙа Иҫке Прилука махсуслаштырылған урта белем биреү интернат-мәктәп урынлашҡан[2].

Һарай интерьерҙары өлөшләтә генә һаҡланып ҡалған. Тышҡы фасады Европа стилендә башҡарылһа, эске интерьерында мавритан стилендәге ғәрәп мотивтары осрауы ҡыҙыҡһыныу уята. Необарокко стилендә төҙөлгән һарай фасады штукатурка менән бергә ҡойолоп төшөп тора. ХХ быуаттың 50-се йылдарҙа һарай «үҙенә бер башҡа» балалар өсөн интернатҡа тәғәйенләнгән. Әйтергә кәрәк, хәҙерге көндә бында китапхана, спортзал, бер нисә кабинет урынлашҡан, күп кенә бүлмәләр буш тора. Уҡыу кластары башҡа урынға күсерелгән[1].

Һарай яйлап эштән сығып бара[1].

.