И. А. Бунин һәйкәле (Воронеж)
И. А. Бунин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Урын | Воронеж |
Иван Алексеевич Бунин һәйкәле — яҙыусы, Нобель премияһы лауреаты И.А. Буниндың бронза скульптураһы, Воронеж ҡалаһында Бунин скверында Плеханов һәм Орджоникидзе урамдары киҫелешендә ҡуйылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте 1990 йылда И.А. Бунинға һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Һәйкәлдең авторы булып скульптор С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы профессоры Александр Бурганов сығыш яһай, ә гранит постаментты воронеж архитекторҙары төркөмө проектлай (В. А. Афонин. Н.С. Топоев һәм В. Ю. Левин). Һәйкәл «Воронеж» банкынан ҡалаға бүләк итеп тапшырыла.
Һәйкәл 1995 йылдың 13 октябрендә Бунин исеме менән аталған Воронеж скверында уның тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан ҡуйыла.
Шағир Рәсәй менән хушлашыу сәғәтендә һүрәтләнгән. Шағир йығылған ағаста ултыра, уның торошо шом һәм өмөттө сағылдыра. Йәнәшәлә ағаста асылған китап ята. Буниндың аяҡтарына эт һырынған — дворянлыҡтың мәңгелеккә китеү символы яңғыҙлыҡты сағылдыра[1].
2010 йылдың сентябрендә һәйкәл постаменты йүнәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Памятник И. А. Бунину . autotravel.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2013.
- ↑ Памятник Бунину в Воронеже демонтирован . Планета дорог (23 июнь 2010). Дата обращения: 1 сентябрь 2013. 2013 йыл 11 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятник И. А. Бунину . Литературная карта Воронежской области. Дата обращения: 1 сентябрь 2013.