И. А. Супрунов тирмәне контораһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
И. А. Супрунов тирмәне контораһы
Админ здание мельницы Супрунова (Елицера) 1890 г.JPG
Ил Россия
Адрес Дондағы Ростов, Будённый проспекты, 33
Архитектура стиле урыҫ стиле
Нигеҙләүсе М. И. Елицер
Нигеҙләнгән 1890-сы йылдар
Бөгөнгө хәле реставрацияланған

И. А. Супрунов тирмәне контораһы — Дондағы Ростов ҡалаһының Будённый проспекты, 33 адресы буйынса[1], (икенсе сығанаҡтар буйынса — Будённый проспекты, 35) урынлашҡан реставрацияланған бинаһы[2].

Ул ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан. Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә инә.

Тирмән контораһы XIX быуат аҙағында төҙөлә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, ҡоролманың тәүге хужалары фамилияһы буйынса, бер туғандар Елицерҙәр тирмәне бинаһы булараҡ телгә алыналар[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Супрунов тирмәне төҙөлгән урында, 1863 йылда проспект Байков күпере менән көпләнә. 1884 йылда күпергә яҡын ятҡан территорияның күп участкалары ҡала кешеләренә һатыла.

Шуларҙың береһе М. И. Елицер була, ул проспекттың көнбайыш яғына терәлеп ятҡан участканы һатып ала. 1890-сы йылдарҙа ул пар тирмәне комплексы төҙөй. Уның составында ике ҡатлы контора һәм етештереү (производство) ҡаралтылары була.

Был ҡоролмаларҙың тағы ла бер хужаһы булып, М. И. Елицерҙың туғаны — И. И. Елицер һанала.

1904 йылда күсемһеҙ милек И. А. Супрунов ҡарамағына күсә. Беренсе ҡатта тирмән урынлашҡан була, ә икенсе ҡатта эшләп йөрөүселәр йәшәй.

1940-сы йылдарҙа тирмәндең ҡаралтылары емерелеп бөтә, ә контораның ҡыйығы ныҡ ҡына зыян күрә. Һуғыштан һуң үткәрелгән ремонт, бинаны торлаҡ һәм магазиндар итеп файҙаланырға мөмкинлек бирә.

XXI быуатта бинаның фасадын шәхси инициативаһы буйынса Карп Баблоянц яңырта. Был идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллион һумдан күберәк аҡса тотона.

Дондағы Ростов ҡалаһының тарихи тышҡы күренешен һаҡлағаны өсөн, ул «Байков Андрей Матвеевичкә 185 йыл» тигән иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнә[1].

2012 йылда реставрация эштәре алып барған саҡта, йорттоң фасады буяуҙарҙан таҙартыла. Шуның һөҙөмтәһендә, ҡоролманың тәүге күренеше, элекке торошо асыҡлана. Йортҡа реставрация үткәрәләр. Уны XX быуат башындағы күренешенә тулыһынса кире ҡайтаралар[2].

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт урыҫ стилендә төҙөлгән архитектура ҡомартҡылыры иҫәбенә инә. Архитектура алымдарының баҙыҡлығы, бинаның төп үҙенсәлеге булып тора.

Бинаны төҙөгәндә раскреповка (бинаның алғы йөҙөн бүлгесләү һәм биҙәү өсөн тәғәйенләнгән фасадтың ҙур булмаған сығынтыһы) ысулы ҡулланылған.

Фасадтың урталағы һәм ике яҡ ситтәге сығынтылары мул итеп биҙәкләнгән.

Бина ике ҡаттан тора, уны төҙөү өсөн ҡыҙыл кирбес ҡулланылған[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]