Эстәлеккә күсергә

И. С. Тургенев һәйкәле (Орёл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
И. С. Тургенев һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орёл
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 И. С. Тургенев һәйкәле (Орёл) Викимилектә

Иван Сергеевич Тургенев һәйкәле Орёл ҡалаһында урынлашҡан — Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты.

Ҡаланың иң матур урындарының береһендә, «Тургенев яры» тип аталған урында — Ока йылғаһы яры битләүе түбәһендә, мәҙәниәт һәм ял итеү паркы менән йәнәш урынлашҡан.

Монумент рус яҙыусыһы И.С.Тургеневтың тыуыуына 150 -йыллыҡ юбилейы уңайы менән 1968 йылдың 4 ноябрендә асыла.

Һәйкәлдең авторы скульптор Г. П. Бессарабский. Архитекторҙары А. И. Свиридов һәм В. С. Атанов[1].

Ҡара, шымартылған гранит постаментта ҡуйылған И.С. Тургеневтың бронза фигураһынан ғибәрәт. Яҙыусы алыҫтарға ҡарап уйсан ултырған килеш һүрәтләнгән.

Постаментҡа ҡабырға яғында — «Иван Сергеевич Тургенев», икенсе яғында — яҙыусының тормош дата һы— «1818.28.X.» — «1883.22.VIII.» яҙылған

Һәйкәл урындағы әһәмиәткә эйә булған монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы[2].