Йырлаусы бархан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йырлаусы бархан
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП III: памятник природы[d]
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы өлкәһе
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Алтын-Эмель (национальный парк)[d]

Йырлаусы бархан — асыҡ төҫтәрҙәге ҡомдан торған тау, оҙонлоғо 3 км, бейеклеге 150 метрға тиклем. Бархан Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһе Алтынемел милли паркының биләмәһендәге Жоңғар Алатау һырттары — Ҙур һәм Кесе Ҡалҡан араһындағы коридорҙа урынлашҡан, Алматынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 182 км алыҫлыҡта ята. Йырлаусы бархан — тәбиғәт феномены, ҡоро һауа торошонда ҡомдар орган көйөнә оҡшаған тауыш сығара.

Туристар өсөн иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бархандан тирә-яҡтың матур күренеше асыла. Көньяҡта Или йылғаһының нәҙек һыҙаты, көрән күк Сөғети менән Буғыты тауҙары, улар артынан аҡ түбәләре менән Кетпен һырттары күренә. Көнбайыштан офоҡто Оло Ҡалҡандың текә яғы, ә көнсығыш яҡтан Кесе Ҡалҡан ҡаплай. Ә төньяҡта уның артынан Жоңғар Алатауы армыттарының, Чулаҡ, Матай, Алтынемел тауҙарының күксин-зәңгәр теҙмәһе күренә. Уларҙың итәгендә ямғыр ятҡылығынан ҡоро юлаҡтарҙың нәҙек һыҙыҡтары менән йырғыланған тау аҫты үҙәне һуҙыла. Бархандың көньяҡ-көнбайыш битләүе шыма, ә ҡаршы булған төньяҡ- көнсығыш яғында һөҙәклектәре менән бер нисә һырт бар. Йырлаусы Бархан — популяр туристик иҫтәлекле урын.

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бархан Или йылғаһының һайлыҡтарынан ҡомдарҙы өрөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Йылға үҙәненең был өлөшөндә (Ҡалҡан тауҙары һәм Буғыты, Сөғети тауҙары араһында), йылға һайлыҡтарынан ҡом саңының болоттарын күтәргән көслө ел иҫә. Бер-береһенә ҡыя торған Оло Ҡалҡан һәм Кесе Ҡалҡан эргәһендә ел ҡаршылыҡ осрата һәм, баҫылып, ҡомдо ҡалдыра. Шулай итеп, меңәр йылдар буйына ҙур ҡомло тау үҫеп сыға. Бархан, көслө елдәр һәм ҡомдоң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, тигеҙлек буйлап күсеп йөрөмәй, ә бына бер нисә мең йыл урынында тороп ҡала.

Тауыш эффекты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡомдоң яңғырашының сәбәбе булып уның хәрәкәттә ышҡылыуы тора. 1962 йылда Ленинград физигы В Арабаджи ҡайһы бер күҙәтеүҙәр үткәрә. Ни тиклем ҡомдоң хәрәкәт итеүсе массаһы күберәк, шул тиклем тауышы ла асығыраҡ — көсһөҙ сыйылдауҙан алып орган көйөнә һәм хатта гөрһөлдәүгә тиклем. Тауышты тик ҡоро ҡом массаһы ғына сығара.

Легенда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борондан йырлаусы ҡомдар бик күп халыҡ хөрәфәттәре тыуҙырған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән легендаларҙа ҡомдарҙың йыры сүллек рухтарының, фантастик хайуандарҙың эшмәкәрлеге, күмелгән ҡалаларҙың ҡыңғырау тауышы, ер аҫтындағы ҡоторонған йылғалар һәм башҡа ғәжәп сәбәптәр менән аңлатыла.

Бер риүәйәт былай ти: «Борон донъя буйлап шайтан сәйәхәт иткән. Кешеләрҙе йәшеренеп күҙәтә, хәйлә ҡора, бөтә ергә лә өлгөрә, бер нәмәне лә үткәрмәй. Бер ваҡыт Аллаһы тәғәлә уға асыулана һәм бер урындан икенсе урынға йәшен тиҙлегендә күсеп йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм итә. Шайтанға үҙенең йортона тиклем йәйәү барырға тура килә — ә йорто тау түбәһендә торған. Шайтан оҙак дала буйлап бара, Или йылғаһы ярҙары буйлап бормалы һуҡмаҡтарҙан ауырлыҡ менән үткән, ниһайәт, арыған һәм ял итергә ятҡан. Юлы шул тиклем ҡыйын, ә ҡылған ғәмәлдәре шул тиклем ауыр булғанлыҡтан, шайтан ҡаты йоҡоға талған. Һәм яңғыҙ барханға әүерелеп, әлегә тиклем йоҡлай, һәм бер кем дә, бер нәмә лә уны уята алмай — ҡыҙҙырған ҡояш та, ямғырҙар ҙа, йәшендәр ҙә, елдәр ҙә. Тик берәйһе мәңгелеккә йоҡоға талған шайтанды маҙаһыҙларға маташһа, шул саҡта ғына уның күкрәгенән ыңғырашыу ысҡынып сыға».

Икенсе легенда буйынса, ҡом бархандары аҫтында Сыңғыҙхан һәм уның хәрби көрәштәштәре ерләнгән, ә ҡом, хандың йәне «күңел ғазаптарынан хәлһеҙләнеп, вариҫтарға үҙҙәренең батырлыҡтары тураһында һөйләһә» йырлай.

Тәбиғәттең ете яңы мөғжизәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бархан тәбиғәттең Ете яңы мөғжизәһе кандидаттары исемлегенә инә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]