Йәндүрин Фәнил Фәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәнил Фәғил улы

Йәндүрин Фәнил Фәғил улы (9 июль 1961 йыл)- уҡытыусы,  хеҙмәт ветераны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1961 йылдың 9 июлендә Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған. 1968 йылда – Һөләймән башланғыс мәктәбендә, 1972 – 1975 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡый. 1976 йылда Златоуст ҡалаһында профтехучилищела белем ала. 1981 – 1982 йылдарҙа армия сафында Германияла хеҙмәт итә. 1983 – 1986 йылдарҙа Өфө автотраспорт техникумында уҡый.   Нуриманов исемендәге колхозда инженер – механик булып эшләй. 2002 йылдан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә технология, ИЗО, ОБЖ фәндәрен уҡыта. 2006 йылда  Бөрө дәүләт социаль – педагогия академияһының технология факультетын тамамлай. 2004 – 2019 йылдарҙа технология уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе. Юғары категориялы уҡытыусы. Педагогик стажы – 22 йыл. Дөйөм стажы – 40 йыл.