Эстәлеккә күсергә

Йөйәк мәктәбе музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөйәк мәктәбе музейы
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1984
Нигеҙләүсе Шәйбәков Ринат Гәрәй улы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Йөйәк
Бағышланған тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү[d]
Карта

Уҡыусылар музей етәксеһе Р.Г. Шәйбәков менән экспонаттар янында. 2011 год

Йөйәк мәктәбе музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Йөйәк мәктәбендә ойошторолған. Ул 1984 йылдың 14 декабрендә асылған һәм әлегәсә эшләп килә.

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы» сертификаты

Музей Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Йөйәк мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Шәйбәков Ринат Гәрәй улы инициативаһы менән ойошторола. Мәктәптә эшкә килеү менән үк Ринат Гәрәй улы тыуған яҡты өйрәнеү музейыын булдырыу ниәте менән материалдар туплай башлай. Тарихсы булараҡ, ул музей өсөн кәрәкле булырҙай экспонаттарҙы ауыл халҡынан йыя, был эшкә уҡытыусылар коллективы ла, уҡыусылар ҙа өлөш индерә.

2006 йылда музей республика мәктәп музейҙары конкурсында диплом менән бүләкләнә.

Музей шул уҡ йылда Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы муниципаль һәм төбәк конкурстарында ҡатнашып, еңеп сыға.

2009 йылда музейға «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы» исеме бирелә һәм быны раҫлап, сертификат тапшырыла[1].

Мәктәп республиканың иң яҡшы музейҙары иҫәбенә ингән.