Каартик Наач
Каартик Наач - ул Непалда Картик айында (октябрь йәки ноябрь) башҡарыла торған бейеү музыкаль пьесаһы.[1] Ул беҙҙең эраның 1641 йылында Непал патшасы Сиддһи Нарсингһ Малла тарафындан нигеҙләнгән.[2][3][4] Спектакль Картик Дабали, Патан Дурбар Майҙанында һәр йылды башҡарыла.[3][5] Ул ғәҙәттә ике көндән 27 көнгә тиклем тәҡдим ителеп 17 Индуизм Вишну хикәйәләре менән була.[3][4] Тәүҙә ул ике көн күрһәтелә торған булған, әммә Нарсингһ Малла улы Шри Нивас Малла ете көн өҫтәгән һәм Нарсингһ Малланың ейәне Йог Нарендра Малла тағы 15 көн өҫтәгән.[4]
Килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пьесаны Каартик Наач Прабһандан Самти һаҡлаған, әммә 2013 йылдан бирле уны Картик Нача Һаҡлау Комитеты һаҡлаған.[3] Пьеса ғәҙәттә Варахи, Ганеша, Шива һәм Кришнаны индереп Индуизм Хоҙайҙарын уйнаусы бейеүселәр менән башлана.[4] Бейеүселәр шулай уҡ муйындарына фестондар кейәләр.[4] Уны Неварлар башҡаралар һәм 2015 йылда "45 музыкант һәм 10 ярҙамсы булған.[4] Ул шулай уҡ Патанда алтын тәҙрә янында башҡарыла һәм тәҙрә бары тик спектакль өсөн асыла. Риүәйәттә ул Патша Нарсингһ Маллаға дан йырлау өсөн төҙөлгән булған тип әйтелә.[6][7] Бейеүҙәрҙең һәм музыканың күпселеге Нарсингһ Малла тарафындан инша ителгән тип уйланыла, әммә уға бәләкәй үҙгәрештәр индерелгән булырға мөмкин.[8] Каартик Нач Һаҡлау Комитетының элекке мөдире Һари Ман Шестра спектакль тураһында китап яҙған.[8]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Хоҙай Ганешаны күрһәтеүсе бейеү
-
Пьесаға әҙерләнеүсе кеше
-
Публика менән ултырыусы Хоҙай Ганеша
-
Бейеүсе ике кеше
-
Йылына бер генә асыла торған алтын тәҙрә.
-
Башҡарыусы Невар музыканттары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kartik Naach festival held in Lalitpur, Nepal - Xinhua | English.news.cn . Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 3 июнь 2020 года. 2020 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ Despite lack of resources, the Kartik Nach plays on . kathmandupost.com. Дата обращения: 3 июнь 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Karthik Nach- Outside the Dabali . My City. Дата обращения: 3 июнь 2020.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Kartik Naach: Punishment for evil deeds . The Himalayan Times (22 ноябрь 2015). Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 4 июнь 2020 года. 2020 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ 'Kattik Naach' in begins Lalitpur (билдәһеҙ). The Himalayan Times (12 ноябрь 2018). Дата обращения: 4 июнь 2020.
- ↑ Kartik Nach: The Show Must Go On . ECS NEPAL. Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 21 ноябрь 2019 года.
- ↑ Amatya, Rishi Old traditions, new meanings | Nepali Times Buzz | Nepali Times . archive.nepalitimes.com. Дата обращения: 4 июнь 2020.
- ↑ 8,0 8,1 Kartik Naach: This centuries-old festival of Patan celebrates devil's defeat every year– . OnlineKhabar. Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 8 май 2019 года.